Ҡамғаҡ (хикәйә)
Ҡамғаҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 1887 |
---|---|
Атамаһы | Перекати-поле |
Подзаголовок | Путевой набросок |
Сәнғәт формаһы | хикәйә |
Баҫма йәки тәржемә | Uprooted[d] һәм Q107611645? |
Автор | Чехов Антон Павлович |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 14 (26) июль 1887 |
Баҫылған | Новое время[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Ҡамғаҡ — Антон Павлович Чеховтың хикәйәһе. 1887 йылда яҙыла, 1887 йылдың 14 июлендә «Новое время» гәзитенең 4084-се һанында Ан. Чехов ҡултамғаһы менән баҫыла.
Баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]А. П. Чеховтың «Ҡамғаҡ» хикәйәһе 1887 йылда яҙыла, 1887 йылдың 14 июлендә «Новое время» гәзитенең 4084-се һанында Ан. Чехов ҡултамғаһы менән тәүге тапҡыр баҫыла, 1888 йылда Ф. Маркс нәшер иткән «Хикәйәләр» йыйынтығына индерелә
«Хикәйәләр» йыйынтығы өсөн автор хикәйәне ҡыҫҡарта.
Чехов был хикәйәне 1887 йылда Төньяҡ Донец йылғаһына яҡын Святые горы тауына барған сағында алған тәьҫораттарына таянып яҙа. Унда йөрөп ҡайтҡандан һуң, Чехов нәшриәтсе Н. А. Лейкинға: «Күптән түгел мин 15 000 аллаға доға ҡылыусылар барған Святые горы тауынан ҡайттым. Ҡыҫҡаһы тәьҫораттар һәм материал бик күп…». Ысынбарлыҡта иһә хикәйәлә йәһүд Александр Иванович һүрәтләнә. Б. А. Лазаревскийҙың иҫтәлектәренән билдәле булыуынса, Чехов хикәйәлә һүрәтләнгән бүлмәләшен «үҙенең артынан күҙәтергә ҡуйылған кеше»[1].тип һанаған.
Чехов үҙе тере саҡта хикәйә француз һәм словак телдәренә тәржемә ителә.
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хикәйәгә тәнҡит төрлө баһа бирә. Тәнҡитсе К. Арсеньев «Ҡамғаҡ» хикәйәһен «йөкмәткеһе менән дә һәм Чехов әфәнденең очерктарының көсөн тәшкил иткән айырым матурлыҡтары менән дә бик ярлы» булған хикәйәләр рәтенә индергән[2]
К. П. Медведский Чеховҡа ил гиҙеү йәки күскенселекте ентекләп һүрәтләмәгәне һәм уны ниндәй сәбәп тыуҙырғанын аңлатмағаны өсөн үпкә белдергән[3].
В. Альбов, тип иҫәпләй «ваҡыи үтеү менән Чехов-юморист пессимист булып киткән», тип иҫәпләгән һәм бик күп хикәйәләре тормоштоң маҡсатһыҙ һәм мәғәнәһеҙ булыуы тураһында тигән. Шундай хикәйәләренең береһе ул «Ҡамғаҡ»[4].
Ф. Е Пактовский хикәйә тураһында былай яҙған: «Чехов „Ҡамғаҡ“ хикәйәһендә һүрәтләгән тормош ғәҙеллеген кескәй эҙләүсе был тормошҡа тағы ла аҙыраҡ бирәсәк»[5].
Г. Качерец Чеховты йәһүдтең мәғрифәтселеккә ынтылыуын осһоҙландыра һәм уртаҡул кимәлгә төшөрә, тип шелтәләй[6].
Сюжеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хикәйә беренсе заттан һүрәтләнә. Хикәйәләге ваҡиға Төньяҡ Донец йылғаһы буйында Святые Горы янында бара. Бында православие монастыры урынлашҡан. Иоанн Богослов һәм Николай Чудотворец көндәренә Святые Горы тауына меңләгән динлеләр ағыла. Һәр килгән кешегә монастырҙа ҡуныр урын, ашар ризыҡ һәм эсәр һыу кәрәк. Автор үҙенең монастырҙа йәшәгәндә алған тәьҫораттарын һүрәтләй. Уның номерына бүлмәләш урынлаштыралар, һәм ул православие динен ҡабул иткән йәһүд булып сыға. Йәһүдтең исеме Александр Иваныч, ә алдараҡ ул — Исаак булған. Александр Иваныч авторға үҙенең ауыр тормошо — улдары сауҙа менән шөғөлләнһен һәм талмудтан башҡа бер нимә лә белмәһен, тип хыялланған ата-әсәһе нисек ярлы йәшәүе — тураһында һөйләй. Улы урыҫ гәзитен уҡый, тип шикләнгән ата-әсәһе бер ваҡыт уны туҡмай.
Элекке Исаак, нисек итеп мәғрифәтселеккә ынтылғанын, ил буйынса ары һуғылып бире һуғылып йөрөгәндәрен, рәхәтләнеп һөйләй. Ул Гомель, Киев, Белая Церковь, Умань, Балту, Бендеры, Одесса ҡалаларында була. Полтавала ул үҙен техник училищеға әҙерләгән, уйларға өйрәткән һәм тормош маҡсатын күрһәткән студенттарға килеп һырыға.
Александр Иваныч нисек шахтаға тәгәрәп төшкәнен һәм уны саҡ шахта күнәге саҡ баҫып китә яҙғанын матур итеп килештереп һөйләй. Ул ауыл уҡытыусыһы булырға йыйынған. Динде алмаштырыуы сәбәбен былай аңлата: «Яңы ғәһед Ветхий Заветтың тәбиғи дауамы булған». Был фраза мәсьәләне тулыһынса аңлатып бирмәй.
Икенсе көндө бүлмәләш китә. Монастырҙа кеше күп була, улар араһында хохолдар, тавричандар һ. б. була. Александр Иваныч та улар араһында булған. Автор, уның менән монастырь эргәһендә эшһеҙ йөрөй торғас, китә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. Перекати-поле// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. Перекати-поле. Оригинальный русский текст