Эстәлеккә күсергә

Ҡамҡалар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡамҡалар
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Coccinellidae Latreille, 1807

Номенклатура тибы
Подсемейства:

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  114329
NCBI  7080
EOL  7459
Уртансы стадиялағы балағорто
Йомортҡалар

Ҡамҡалар, Күскәнтәй[1] (лат. Coccinellidae) — кокцинеллидалар (Coccinellidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе.

4 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралғандар. Башҡортостан Республикаһында 26 төрө: ике нөктәле ҡамҡа, ете нөктәле ҡамҡа, ун дүрт нөктәле ҡамҡа, егерме ике нөктәле ҡамҡа, үҙгәреүсән ҡамҡа һ.б. Кәүҙәһе өҫ яҡтан ҡабарынҡы, аҫ яҡтан ялпаҡ, оҙонлоғо 4—7 мм. Төҫө сағыу (ҡыҙыл, һары һәм аҡ төҫтәрҙең берләшмәһе). Өҫкө ҡанаты ваҡ ҡара таплы. Башы бәләкәй, алғы күкрәгенә инеп тора. Аяғы 4 быуынтыҡлы. Йомортҡалары сағыу һары, япраҡтарҙың аҫ яғына һала. Балағорттары шыртлы, сөйәлле, ҡыҙғылт‑һары таплы ҡара төҫтә, үҫемлектәрҙә асыҡ рәүештә йәшәйҙәр. Ҡурсаҡтары ҡыҙыл. Япраҡтың аҫҡы яғында ҡурсаҡланалар. Йәш ҡуңыҙҙар ҡурсаҡланыуҙан һуң 1—2 аҙнанан күренә башлай.

Башҡортостан Республикаһы шарттарында миҙгел эсендә 1—2 быуын үҫә. Ҡуңыҙҙар ағас ҡайырылары аҫтында, ағас ҡыуышында, урман түшәмәһе аҫтында, ҡайһы берҙә ҡаралты ярыҡтарында ҡышлай. Көндөҙ әүҙем. Күпселек бөжәк ашаусы умыртҡалылар өсөн ашарға яраҡһыҙ. Ҡамҡалар һәм уларҙың балағорттары һурнастар, аҡ ҡанатлы көйәләр, үрмәксе ауы талпандары, гөбләләр,күбәләктәрҙең, япраҡ ҡуңыҙҙарының, ҡандалаларҙың йомортҡалары һәм балағорттары һ.б. менән туҡлана. Урманда, далала, болонда йәшәй; республиканың бөтә биләмәһе буйлап таралған. Ҡамҡалар ауыл хужалығын һәм урман культураларын биологик һаҡлау өсөн ҡулланалар.


  1. Мифологический словарь башкирского языка (Ф.Г.Хисамитдинова, 2010)