Эстәлеккә күсергә

Ҡансура (станция)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡансура
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1] һәм Орск өйәҙе
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 50 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462205
Карта

Ҡансыра, Ҡансура (рус. Канчерово) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы тимер юл станцияһы.

Тимер юл станцияһы Һаҡмар йылғаһының һул яҡ ярында округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан яҡынса 15 километр алыҫлыҡта көнбайыш — төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Уртаса-континенталь климатлы. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуарҙа уртаса айлыҡ температура яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, бер үк ваҡытта күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы ярайһы тотороҡло, уның уртаса 150 көн дауамында ята[3].

Станция яҡында урынлашҡан Башҡорт Ҡансыраһы (рус. Башкирское Канчерово) ауылы буйынса аталып йөрөй. Станцияға 1910-сы йылдарҙа тимер юлы үткәргәндә нигеҙ һалына[4]. 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районы Ейәнсура ауыл Советы составында булған, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡорғандан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округына ингән.

Ҡансыра атамаһы Ҡансура тигән антропонимдан килеп сыҡҡан. Башҡорт Ҡансыраһы ауылы Ҡансыра (Ҡансура, Ғәбйәлил) тигән варианттарҙа документтарҙа тәүге тапҡыр 1773 йылда[5][6] телгә алына.

Ҡансура — хан+сура һүҙҙәренән барлыҡҡа килгән; батыр, ҡыйыу, шулай уҡ хаким тигән мәғәнәләргә эйә[7]

2002 йылда даими рәүештә йәшәүселәр 100 кеше тәшкил иткән (урыҫтар 82 %) , 2010 йылда — 50[8].

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  3. Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  4. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  5. Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 27, 62. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
  6. Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
  7. Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006 — 70-се бит
  8. Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.

Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.