Ҡан менән ант итеү
Ҡан менән ант итеү | |
Ваҡиға ваҡыты | IX быуат |
---|---|
Ҡатнашыусылар | Seven chieftains of the Magyars[d] |
Ҡан менән ант итеү (мадьярса Vérszerződés) — ете боронғо мадьяр ырыуҙары юлбашсылары ҡул ҡуйған һәм венгр халҡының яҙылмаған беренсе төп законына әйләнгән легендар килешеүе. Был ваҡиғаның тарихы «Венгрҙарҙың ғәмәлдәре» (лат. Gesta Hungaroum) 1196—1203 йылдарҙағы хроникаһында тасуирлана, әммә күп кенә XII быуат закондары һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен телгә алына. Антты ете юлбашсы — Альмош, Элед (инг.)баш., Онд, Кенд (инг.)баш., Таш, Куба (Хуб) һәм Тетень (Тетехем) — киҫелгән ҡулдарынан аҡҡан ҡанды бер табаҡҡа йыйып, төҙөй. Мадьяр юлбашсыларында иң мөһим килешеү һәм анттарҙы ҡан менән нығытыу йолаһы булған, әммә «ҡан менән ант итеү» тип әйткәндә, тап ошо ете юлбашсы күҙ уңында тотола.
Хроникалағы тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тарихсылар, Альмош юлбашсы Этелкёзда, венгрҙар Карпат бассейнына күсеп килмәҫ элек, IX быуатта ант иткән тип ҡабул иткән. «Магистр П..булараҡ билдәле» һәм билдәһеҙ автор, тип танылған «Ғәмәлдәр» авторы ваҡиғаны ошолай һүрәтләгән
5. АЛМОШ ЮЛБАШСЫНЫ ҺАЙЛАУ […] Шул саҡта улар бер тауыштан юлбашсы Алмошҡа былай тигән: «Бөгөндән һине юлбашсы һәм бойороусы итеп һайлайбыҙ, һәм һинең яҙмышың нисек кенә булмаһын, беҙ һинең арттан эйәрербеҙ». Шул ваҡытта үрҙә аталған ирҙәр, мәжүси йола буйынса бер һауытҡа үҙҙәренең ҡанын йыйып, юлбашсы Алмошҡа ант килтерҙеләр. Улар мәжүси булһалар ҙа, башта биргән анттарына ғүмерҙәренең ахырына тиклем тоғро ҡалдылар.
6. УЛАРҘЫҢ АНТЫ ТУРАҺЫНДА
Антттың 1-се бүлеге: улар һәм уларҙың тоҡомдары күпме йәшәһә лә, юлбашсылар Алмош бойороусы нәҫеленән булыр. 2-е бүлеге: үҙ хеҙмәттәре менән күпме генә байлыҡ йыймаһындар, бер кем дә өлөшһөҙ ҡалмаҫҡа тейеш. 3-сө бүлеге: үҙ ирке менән Алмошты юлбашсы итеп һайлаған ете хаким үҙҙәре лә, уларҙың улдары ла ғүмергә юлбашсы кәңәшендә ҡалыр һәм короллектә һәр ваҡыт абруйлы булыр. 4-се бүлеге: әгәр тоҡомдарыбыҙҙың ҡайһылыр юлбашсыға ҡарата монафиҡлыҡ эшләй йә юлбашсы һәм уның туғандары араһында низағ сығара икән, хакимдар юлбашсы Алмошҡа ант иткәндә нисек ҡанын ҡойған, ғәйепленең дә ҡаны ҡойолһон. 5-се бүлеге: юлбашсы Алмоштың йә башҡа кенәз кимәлендәгеләрҙең ҡайһылыр тоҡомо улар ҡан менән нығытҡан антты боҙа ҡалһа, улар мәңгелек ләғнәткә дусар ителһен. Был ете ирҙең исемдәре: Арпадтың атаһы Алмош; Саболчтың атаһы Элед, унан Чак ырыуы таралған; Курзандың атаһы Кенд; Этенең атаһы Онд, унан Калан һәм Кёлчёй ырыуҙары килеп сыҡҡан; Лелдың атаһы Таш; Куба, унан Семере ырыуы баш алған; 7-се бүлеге — Хоркиҙың атаһы Тетень, уның улдары Дюла һәм Зомбор, һәм уларҙан түбәндә әйтеләсәк Маглод ырыуы таралған. Етер! Тарих юлынан барайыҡ[3][4]
Хәҙерге заман сығанаҡтар буйынса, венгрҙар йәки скифтарға оҡшаған күсмә ҡәбиләләр йыш ҡына үҙҙәренең анттарын ҡан менән нығытҡандар. Мәҫәлән, Геродот скиф йолаһын ошолай һүрәтләгән:
Ҡан менән изгеләштерелгән бөтә килешеүҙәр ҙә скифтарҙа былай башҡарыла. Ҙур балсыҡ һауытҡа килешеүҙә ҡатнашыусыларҙың ҡаны менән шарапты болғайҙар (бының өсөн улар тиреләрен беҙ менән тишәләр йә бысаҡ менән кескәй генә тишек киҫәләр). Артабан һауытҡа ҡылыс, уҡтар, айбалта секира һәм һөңгө һалалар. Шундай йола башҡарғандан һуң, оҙон үтенеү һүҙҙәре заклинания әйтәләр, һуңынан килешеүҙә ҡатнашыусылар, шулай уҡ килгәндәр араһындағы иң абруйлыраҡтары һауытты күтәреп эсәләр[5].
Аңлатмаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аноним авторҙың үҙе йәшәгән дәүерҙәге ант итеү йолаһын тасуирлауы тормоштағы сәйәси һәм ижтимағи үҙгәрештәрҙе сағылдыра. Хакимдарҙың ҡеүәте үҫә һәм уларҙың хоҡуҡтарын нығытыу ихтыяжы арта барған һайын, киләсәктә 1222 йылғы Алтын Булланы барлыҡҡа килтергән. Ҡайһы бер тарихсылар раҫлауынса, автор нәҡ XIII быуатҡа хас булған йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙе күрһәтә һәм, дворяндар хоҡуҡтарын яҡлауҙы тарихи ғәҙеллек, тип, тулҡынланып ҡабул итә. Атап әйткәндә, Иштван Немешкюрти былай тип яҙа:
П. (Билдәһеҙ) Магистрҙың маҡсаты булып, XIII быуат венгр дворяндарының хоҡуҡтарын һәм дәғүәләрен ғәҙел нигеҙләү, үҙҙәренең дуҫтары һәм ғаиләһе өсөн, Дунайҙа тыуған ил баҫып алыуҙарына тиклемге алтарих булдырыу зарурлығы, тора. Шулай уҡ, Билдәһеҙ үҙенең хеҙмәттәрп яҙма сығанаҡтарға таянып яҙылған тип билдәләһә лә, ул ысынында замандаштары стилендәге әҙәби әҫәр булдырырға тырышҡан[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Золотые сокровища из Надьсентмиклоша (рус.)
- ↑ A hónap művésze: Székely Bertalan
- ↑ «Деяния венгров» магистра П. , которого называют Анонимом / перевод В. И. Матузовой, вступительная статья и комментарии М. К. Юрасова. // Studia Slavica et Balcanica Petropolitana, 2007 (рус.)
- ↑ Anonymus: Gesta Hungarorum
- ↑ История Геродота, Книга IV (рус.)
- ↑ Nemeskürty István: Mi magyarok, Akadémiai kiadó, Budapest 1993, 89. oldal