Альмош

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Альмош
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Hungary (895-1000).svg Венгрия
Тыуған көнө яҡынса 820
Тыуған урыны Трансильвания[d]
Вафат булған көнө яҡынса 895
Вафат булған урыны Трансильвания[d]
Атаһы Идьек[d]
Әсәһе Emese[d]
Балалары Арпад[d]
Нәҫеле Арпады[d]
Һөнәр төрө вождь племени
Биләгән вазифаһы Надьфейеделем[d]
Commons-logo.svg Альмош Викимилектә

А́льмош[1] мадьярса  Álmos; 820 йылда тирәһе — 895 йылда) — риүйәттәрҙә исеме һаҡланып ҡалған IX быуат венгр ырыуҙары берләшмәһе етәксеһе (надьфейедель).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Альмош тураһында мәғлүмәттәр XII быуаттағы «Gesta Hungarorum» да («Деяния угров», «Хроника Анонима») һәм «Chronicon Pictum»да( XIII быуат) , ҡайһы бер манускриптарҙа (ҡулъяҙмаларҙа) һаҡланып ҡалған. Альмоштың атаһының исеме Идьек [2], йәки Элода. Легендала Альмоштың әсәһе Эмеше (Emese) төшөндә мифик ҡош Турулды күрә, Эмешегә ул үҙ түлен ҡалдыра һәм ошо баланан киләсәктә күп бөйөк хакимдар булырын әйтә. Шулай итеп, риүәйәт Альмоштың исемен аңлата. Был исем венгр телендә мадьярса  álom — төш тигәнде аңлата.

Урта быуат йылъяҙмаларында Альмош Ҡара диңгеҙ буйында хазарҙар ҡулы аҫтында йәшәгән ете венгр ырыуы (Этелкёз, или Ателькуза; Etelköz) юлбашсыһы итеп һайлана. Боронғо урыҫ йылъяҙмаһы «Повесть временных лет» («Шли угры мимо Киева горою, которая прозывается теперь Угорской, Днепр буйына и стали вежами: ходили они так же, как теперь половцы»[3]) Олмош (йәғни Альмош) 898 йылда Киевты ҡамаған мадьяр ырыуҙары башлығы һәм хатта Аскольдтың ҡәберендә төҙөлгән Изге Николай сиркәүенә нигеҙ һалыусы ла булған имеш ти. [4]. Тикшеренеүселәр бының менән ризалашмай, сөнки был ваҡиғалар берҙән Альмош йәшәгән дәүер менән тура килмәй, икенсенән был ваҡытта Альмош та, уның ҡулы аҫтындағы венгрҙар ҙа христиан түгел, ә мәжүси булған.

Переселение венгров на Дунай

«Gesta Hungarorum» Альмош дәүерендә уғырҙар Карпат тауҙары аша көнбайышҡа сыға башлай, мәҫәлән, ошо осорҙа Ужгород кенәзе Лаборец еңелә һәм үлтерелә. 895 йылда Альмош етәкселегендә венгрҙар Византия императоры Лев VI Аҡыллы менән берләшмә төҙөй һәм Болгарияға баҫып инә. Ләкин венгрҙар Көньяҡ Буг буйында болгар батшаһы Симеон I һәм уның союзниктары печенегтар тарафынан еңелә. Ошо арҡала венгрҙар Ҡара диңгеҙ буйынан әлеге Венгрия еренә китергә мәжбүр була. Был күсенеү ваҡытында венгрҙарҙы Альмоштың улы Арпад ( 845 йыл тирәһе - 907 йыл тирәһе) — Арпад династияһына нигеҙ һалыусы, етәкләй.

40 йыл буйы венгрҙарҙың юлбашсыһы булған Альмош болгарҙар һәм печенегтарҙан еңелгәндән һуң үлтерелгән, йәки ҡорбан ителгән тип иҫәпләнә. Уның үлгән урыны билдәһеҙ. 895 йылда венгрҙар Бөйөк Моравия дәүләтен еңеп, Паннония тигеҙлеген баҫып алыуы тураһында урта быуат сығанаҡтарында былай тиелә:

« Через некоторое время пачинакиты, напав на турок, изгнали их вместе с их архонтом Арпадом. Поэтому турки, блуждая в поисках земли для поселения, явившись, прогнали обитателей Великой Моравии и поселились в их земле, где и живут теперь турки по сей день[5] »

Венгрҙарҙы ҡайһы бер сығанаҡтарҙа төркиҙәр тип атауҙың сәбәбе булып, венгрҙар менән көнбайышҡа бер нисә башҡорт ырыуының китеүен атайҙар. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр венгр ырыуҙар берләшмәһендә дүрт башҡорт ырыуы ла булған тиҙәр. Ҡайһы бер яҙма сығанаҡтарға ҡарағанда, башҡорттар йәшәгән өлкәнең баш ҡалаһы Венгрияның көньяғында урынлашҡан Керат булған. Башҡорттар германдар менән күрше Дунай буйында йәшәгән, күршеләрен борсоуға һалып торған венгр һыбай ғәскәре сафтарында һуғышҡан, һуңыраҡ христиан диненә күсеп, венгрҙар менән ҡатнашып, юҡҡа сыҡҡан [6].

Шәжәрәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

 
 
 
 
 
Идьек
 
Eunedubelian
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Элод йәки Идьек
 
Эмеше
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Альмош
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Арпад
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Hungarian monarchs
 
 
 
 
 
 
 


Кинофильмдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. исеменең яңғырашы: Almus (Константина Багрянородныйҙа), Almucs, Almoutz. Күрәһең, Альмош Иҙел (Волга) буйы булғарҙарының ханы Алмуш ибн-Селькейнектың замандашы һәм аҙашы булғандыр.
  2. Исеменең яңғырашы: Egyek и Ügek.
  3. «Повесть временных лет». Год 898
  4. Брайчевский М. Ю. Утверждение христианства на Руси. — К., 1989. — С. 100.
  5. www.bulgari-istoria-2010.com/booksRu/Konstantin_bagrianorodni.pdf
  6. https://cyberleninka.ru/article/n/strana-bashkir-i-ee-sootnoshenie-s-velikoy-vengriey

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Kristó, Gyula. „Korai Magyar Történeti Lexikon (9-14. század) (Encyclopedia of the Early Hungarian History - 9-14th centuries)“. Budapest: Akadémiai Kiadó, 1994.
  • Dümmerth Dezső: Emese álma – Virrasztó géniusz, összegyűjtött esszék. Ifjúsági Lap- és Könyvkiadó, 1987.
  • Kristó Gyula-Makk Ferenc: Az Árpád-ház uralkodói. I.P.C. könyvek Kft., 1996.
  • Kristó, Gyula (editor): Korai Magyar Történeti Lexikon - 9-14. század (Encyclopedia of the Early Hungarian History - 9-14th centuries); Akadémiai Kiadó, Budapest, 1994.
  • Kristó, Gyula: Magyar honfoglalás - honfoglaló magyarok (The Hungarians' Occupation of their Country - The Hungarians occupying their Country); Kossuth Könyvkiadó, 1996.
  • Demény István Pál (19 септември 2006). „Emese álma“. Erdélyi Múzeum (58. kötet, 1996.).
  • История Венгрии. Том 1. Издательство: Наука, 1971 г.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]