Ҡарасай-Черкес дәүләт университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡарасай-Черкес дәүләт университеты
Нигеҙләү датаһы 1938[1]
Рәсем
Рәсми атамаһы Карачаево-Черкесский университет, Карачаево-Черкесский педагогический университет, Карачаево-Черкесский педагогический институт һәм Карачаевский учительский институт
Кем хөрмәтенә аталған Умар Джашуевич Алиев[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Карачаевск[d]
Рәсми сайт kchgu.ru
xn--c1an2ao.xn--p1ai[1]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Ҡарасай-Черкес дәүләт университеты уҡытыусылары
Карта

У. Д. Алиев исемендге Ҡарасай-Черкес дәүләт университеты — Ҡарасай-Черкес Республикаһының алдынғы белем биреү учреждениеһы, Ҡарасай ҡалаһында урынлашҡан.

Республиканың 1938 йылда нигеҙләнгән беренсе юғары уҡыу йорто.

Структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университет структураһында ике — филология, сәнғәт һәм мәҙәниәт институттары, һигеҙ — физика-математика, физик культура, башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы, тарихи, тәбиғи-география, психология, иҡтисад һәм идара итеү, белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү һәм белемен камиллаштырыу факультеттары бар.

1992 йылдан университетта аспирантура асыла, унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән аспиранттар һәм дәғүәләштәр (соискатели) белем ала. «Дөйөм педагогика, педагогика һәм белем биреү тарихы» һөнәре буйынса диссертация советы эшләй.

Ҡарасай-Черкес дәүләт университетының профессор-уҡытыусылар коллективы һәм хеҙмәткәрҙәре 836 кешенән тора: 338 уҡытыусы, 50 профессор һәм фән докторы, 215 — фән кандидаты, 128 — доцент, төрлө Рәсәй һәм халыҡ-ара академияларҙың 14 ғәмәли ағзаһы һәм мөхбир ағзаһы; Рәсәй Федерацияһының һәм Ҡарасай-Черкес Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзалары, журналистар, композиторҙар, рәссамдар бар[2].

Университет ректоры — Узденов Таусолтан Аубекирович.

Билдәле тамамлаусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биджиев Солтан-Хәмид Локман улы (19191995) — совет хәрби осоусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1995, үлгәндән һуң). Капитан[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Историческая справка. КЧГУ.рф. Дата обращения: 13 июль 2018.
  3. В указе о присвоении звания Героя Российской Федерации младший лейтенант

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]