Ҡарағөлөмбәт менән Аҡҡоломбәт (эпос)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡарағөлөмбәт менән Аҡҡоломбәт
Рәсем

Ҡарағғөлөмбәт менән Аҡҡоломбәт — башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, тарихи, тормош-көнкүреш эпосы, проза аралаш шиғри текстарҙан тора.

Ҡулъяҙма тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

М. Буранғолов тарафынан яҙып алынған һәм «Йәйләү» тип исемләнгән (ҡасан, ҡайҙа, кемдән икәне әйтелмәгән) «Дөйөм тарихи ваҡиғаларға ҡарай сығарылған башҡорт көй йырҙарының тарихы, IV киҫәк, 1917—1940 йылдар» тигән ҡулъяҙма йыйынтыҡҡа индерелгән. Йыйынтыҡ Өфө дәүләт сәнғәт институтының фольклор кабинетында һаҡлана. Беренсе тапҡыр Б. Байымов тарафынан төҙөлгән «М. Буранғол. Сәсән аманаты» (Өфө, 1995) тигән китапта баҫыла. Эпос ҡыпсаҡ версияһына ҡарай, әммә әҫәргә үҙәнсәлекле сюжет һыҙыгы, яңы мотивтар һәм образдар хас. Иртәктең идея асылында ырыу-ара талаштарҙың һәләкәткә килтереүен күрһәтеү, уларҙы фашлау ята. «Бөрйән» ырыу атамаһын «бүре йән» һүрәтенән сыҡҡан тип аңлатыуы менән дә башҡа варианттарҙан айырыла[1].

Варианттар бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Күсәк бей» варианттары ике төп версияға — ҡыпсаҡ һәм бөрйән версияларына бүленә. Ҡыпсаҡ версияһы варианттары форма яғынан урыны-урыны менән проза аралашып килгән шиғри текстарҙан тора, күләм яғынан да ҙурыраҡ. Ә бөрйән версияһына ҡараған варианттар күләм яғынан ҙур түгел һәм, нигеҙҙә, прозанан ғибәрәт. Һәр сәсән үҙ ырыуы батырын данлар һәм ғәҙел итеп күрһәтер булған. Ҡыпсаҡ сәсәндәре Бабсак менән уның улы Күсәкте ыңғай образ итеп күтәрә, ә бөрйән батыры Ҡарағөлөмбәтте тик тиҫкәре ҡылыҡтар менән генә һүрәтләй. Бөрйән сәсәндәре, киреһенсә, Ҡарағөлөмбәтте аҡыллы, ыңғай батыр итеп күрһәтә һәм шул яҡтан уны ҡыпсаҡ батырҙарына ҡаршы ҡуя. Бер үк ваҡиғаны һүрәтләгән эпик әҫәр ике ырыу сәсәндәре башҡарыуында ике төрлө аңлатыла, һәр ырыу сәсәне үҙ ырыуы батырын аҡларға һәм уны яҡларға тырыша. «Ҡарағөлөмбәт менән Аҡҡоломбәт» эпосы — «Күсәк бей» варианттарының береһе[1].

«Ҡарағөлөмбәт менән Аҡҡоломбәт» сюжеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бабсаҡ бей — ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең ҡарағай-ҡыпсаҡ ырыуы башлығының бала-сағы һәм уның нисек ырыу бейе булыуы тураһында мәғлүмәт бирә.

Хикәйәт көслө ырыу көсһөҙ ырыуҙы тибәргән осорҙа бер туған Ҡарағөлөмбәт менән Аҡҡоломбәт тигән ике бай йәшәүе, икеһе ике ерҙә бай булып, береһе береһенән уҙҙырып көн иткәндәре, Аҡҡоломбәттең Аҡйегет, Бабсаҡ тигән ике улы булғаны менән башланып китә. Ҡарағөлөмбәттең, йыл һайын дүрт бисә алып, дүрт бисә айырып торһа ла, балаһы тыумаған. ә ағаһы Аҡҡоломбәт ҡустыһы Ҡарағөлөмбәттең ошо хәленә бик эсе бошоп, һәр саҡ был турала әйтә килгән. Берҙән бер көн Аҡҡоломбәт, бөтә тирә-яҡҡа оран һалып, бөтә ырыуҙы йыйып, ҙур туй яһай.

Ағаһының туйына Ҡарағөлөмбәт тә батырҙарын эйәртеп, дүрт бисәһен янына ултыртып, ер һелкетеп килеп төшкән, Аҡҡоломбәт ҡаршы алғанда: — Ҡустым, сәскә утлаған мал һымаҡ, йыл һайын сәскәнән сәскәгә һикереп, килендәрҙе алыштырып ҡына тораһың, бәй, бәй… килендәрҙе тағы ла яңыртҡанһың. Был эшең ҡыҙыҡлыҡтанмы? Әллә сараһыҙҙанмы? — тип һораған. Ҡарағөлөмбәт: — Ағай, уныһы минең эш. Мин ни теләйем, шуны эшләйем, — тип яуап биргәнен Аҡҡоломбәттең улы Аҡйегет тыңлап торған да: — Атай, ниңә уға аптырайһың? Донъяла бар йәндең ире, бисәһе бар. Үлеп айырылғансы шуның менән көн итә, бала үҫтерә. Тик эттең генә айырым билдәләнгән бисәһе юҡ. Теләгән саҡта осраған берәү менән ҡауыша. Ағайым да шулай йәшәргә уйлағандыр, — тип көлә[2].

Аҡйегеттең был һүҙенә Ҡарағөлөмбәт бик ғәрләнә. Туй бөткәс, ҡайтырға йыйынған саҡта Ҡарағөлөмбәт: — Ағай, ҡустыларымды миңә ҡунаҡҡа ебәр. Аяҡ аҫтынан ел уҙғарып ҡайтырҙар, — тигән. Бабсаҡ ауырыҡһыныу арҡаһында бара алмаған. Аҡйегет Ҡарағөлөмбәт менән киткән. Юлда бер туғайлыҡҡа төшөп, ял итеп китергә булғандар. Ашаған, эскәндәр, уйнаған, көлгәндәр. Бисәләре еләк ҡарарға киткән. Ҡарағөлөмбәт менән Аҡйегет ял итергә яталар, туйҙа уйнап, ҡунаҡ һыйлап йөрөгән Аҡйегет ятҡас та йоҡоға китә. Ҡарағөлөмбәт бының йоҡоға киткәс, Аҡйегетте сәнсеп үлтерә. — Минең араға төшөп, мин алаһы ҡыҙҙы алдың, етмәһә, мине эткә оҡшатып, атайың алдында ауыҙ йырып көлдөң. Бына хәҙер көл… Хәҙер бисәңде лә алырмын. Бабсакты үлтерһәм, ағайым ҡарт, ул оҙаҡламай үлер, уның бейлеге лә үҙемә ҡалыр, — тип үҙ-үҙенә һөйләнеп, Аҡйегеттең үлеген күлгә ташларға маташҡанда бисәләренең еләктән ҡайтып килгәнен күрә. «Былар күрҙе, береһе әйтмәһә, береһе әйтер, быларҙы ла үлтерәйем», — тип, бисәләрен дә һуйып, барын да күлгә һалып, ҡайтып китә. Артабан Аҡҡоломбәттең улын эҙләүе, көтөүсе ҡарттың күргән-белгәндәрен һөйләүе, күл төбөнән мәйеттәрҙе табыу бәйән ителә. Аҡҡоломбәт был ағаһының эше икәнлеген белә, тик уның ни өсөн был эште эшләүенә төшөнә алмай аптырап, өйгә ҡайта.

Бисәләренән, улы Бабсаҡтан һорашҡан, күмәкләп уйлашҡандар, һис йәбешкеһен таба алмағандар. Аҙаҡ сиктә Аҡйегеттең кәләшен саҡырып һорашҡан. Килене: — Ай, ҡайным, Ҡарағөлөмбәт ҡайнаға килгәс тә мин бейә һауырға барғайным, артымдан эйәреп барҙы ла: «Аҡйегеткә килетүш киреп йөрөйһөңмө? Етмәһә, мине эткә оҡшатып көлә. Туҡтағыҙ әле, көлһәгеҙ, бер саҡ иларһығыҙ. Минән һине һалдырып алып бер көлдө, эт һымаҡ тип, атаһы алдында ике көлдө», — тигәс, мин бер һүҙ ҙә әйтмәнем, бының эсендә һаман дошманлығы бар икән тип уйланым. Аҡйегеткә ҡайтҡас та әйттем. Бахырым, аҡ күңел ине бит: «һине минән айырып ала алмаҫ инде», — тип көлдө лә ҡуйҙы. Етмәһә, Ҡарағөлөмбәт ҡайнаға саҡырғас: «Бына ағайым үпкәләй ти инең, беҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы әле», — тип, һаман атына менеп киткәндә лә көлөп китте. Мин, эс тартып, шул саҡлы ебәрмәҫкә уйланым, тыңламаны. Бахырым үлергә генә киткән икән, — тип үкһеп илаған, ти[2].

Ҡарағөлөмбәт ағаһының ҡон юлларға барыбер килер тип, бөтә ырыуын аяҡҡа баҫтырып, яуға сыға.

Ике туған ҡара-ҡаршы осрашып һуғышалар, Аҡҡоломбәт еңелеп, ҡулға алына. Ағаһының башын киҫкәс, бисәләрен күлгә ташлай, бөтә тоҡомон бөтөрәм, ике бейлеккә лә үҙем баш булам, тип Ҡарағөлөмбәт Аҡколомбәттең төйәгенә китә. Аҡколомбәттең бисәләре, килене күп кешеләрҙе, Бабсаҡты эйәртеп, ер-һыуын, мал-тыуарын ташлап ҡасалар.

Бабсаҡ әсәләре, үҙенә эйәргән кешеләре менән тыуып үҫкән илен ташлап, сит хандың ҡулы аҫтында егет булып үҫеп, батырлыҡта дан алып, йырсы, ҡурайсы булып йәшәй, ләкин тыуған илен, ер-һыуын, йәй күсеп йөрөгән йәйләүҙәрен һағына:

Ап-аҡ булып тирмә, ай, теҙелгән,

Иҙел ине уның да һыулауы,

Йән биреүкәйҙәрҙән ауыр була

Тыуып үҫкән илде уйлауы.

Килтерһәнә, әсәй, ҡурайымды,

Йәйләүҙәге көйҙө тартайым.

Яландары саңлы, сағылы ҡырлас,

Үҙ еремә нисек ҡайтайым.

Әсәһе улын йыуатып:

Ялан ғына ерҙә, ай, аҡ татыр,

Аҡ татырҡайҙарҙа мал ятыр.

Илаһаң да, балам, һыҡтаһаң да,

Тупраҡ яҙған ерҙә баш ятыр.

Бабсаҡ әсәһенә:

Атҡа ғына менһәң, ай, ат яҡшы,

Ергә генә төшһәң — ер яҡшы.

Алтын сыҡҡан ерҙә йөрөүемдән

Ҡайғы баҫҡан тыуған ил яҡшы.

Яйыҡ буйҡайының, ай, йәйләүе,

Ҡоштары юҡ, бигерәк һил кеүек,

Һыуҙары ла тәмһеҙ, иле йәмһеҙ,

Бер көн тороуҙары йыл кеүек.

һырғаҡ ҡына буран, ай, әсе ел,

Ышыҡ тапмай меҫкен йылҡылар,

Тыуған йәйләүҙәрем иҫемә төшһә,

Кистәремдә алмай йоҡолар.

Әсәһе:

Ап-аҡ ҡына еләк, ай, сәскәһе

Ята ла ғына ерҙә бәйләнеп.

Батыр ғына булһаң, балаҡайым,

Бер ҡайтырһың илгә әйләнеп.

Бабсаҡ :

Алма сыбар ғына атым булһа,

Менмәҫ инем һис тә туратҡа,

Башҡайҙарым әсәй, йәш булмаһа,

Илдән боҫмаҫ инем йыраҡҡа.

Бабсаҡ Уралға — атаһы йәйләүенә ҡайта, Ҡарағөлөмбәт, Бабсаҡтың ҡайтып килгәнен ишеткәс, батырҙарын саҡырта, улар Ҡарағөлөмбәткә:

— Сит ерҙә мал ерһенмәй, илен ташлап Бабсаҡ күп йөрөнө. Ҡайтһын, үҙ ырыу-йәйләүенә хужа булып, бей булһын, һуғышмайыҡ. Беҙҙән барымта ла, ҡарымта ла юлламай бит, — тигәндәр, ти. Ҡарағөлөмбәт батырҙарынан был һүҙҙе ишеткәс, бик асыуланған, батырһыҙ яу ҡайтарып булмаҫ, тип уйлаған да, яу асмаған, ти. Бабсаҡ үҙ ырыу йәйләүенә ҡайтҡан. Ҡарағөлөмбәт ырыуын «бүре йән» ырыуы тип, кәмһетеп һөйләп килгәс, атаһының ырыуы булһа ла, уларға ҡушылмаған. Үҙе менән бергә Ҡыпсаҡ яғынан ҡайтҡан халыҡтар исеме менән ырыуын «Ҡыпсак» тип атаған. Бөтә ырыу йыйыны йыйылып, туй яһағандар. Бабсаҡты Ҡыпсаҡ ырыуына бей итеп ҡуйғандар, ти. Бабсаҡтың әсәһе менән ҡасып йөрөгән сағында йырлаған йырын, көйөн «Йәйләү» көйө тип, күп йылдарға саҡлы атап йөрөткәндәр[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәйләүлек (йыр);

Бабсаҡ бей менән Күсәк;

Күсәк бей (эпос)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Башҡорт халыҡ ижады. М. Сәғитов, Б. Байымов, С. Галин «Башҡорт халыҡ тормош-көнкүреш эпосы» 4-се т.. — Өфө: «Китап», 1999 й. — С. 3—6; 382.
  2. 2,0 2,1 2,2 / Башҡорт халыҡ ижады. Эпос. 4-се т. «Китап» , 1999 й., 311-319-сы б.б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]