Эстәлеккә күсергә

Ҡасим (Өфө районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡасим
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө ҡалаһы ҡала округы
Карта

Ҡасим (элекке исеме — Ҡасим, Никольский) — Өфө районы Князев ауыл Советы составына ингән ҡасаба, 1988 йылда Өфө ҡалаһы составына индерелә. Хәҙер Шакша биҫтәһендә урынлашҡан. 1952 йылда ауыл Шаҡша ауыл Советына инә, ауыл Советы үҙәгенән — Шаҡша станцияһы ҡасабаһынан — 4 километр өҫтәрәк урынлаша.

Ҡасим  Аксаковтарҙың имениеһы була. Ауыл тураһында билдәле булған беренсе документ — «Өфө канцелярияһы подьячийының тол ҡатыны Наталья Афанасьевна Курагинаның улдары менән Өфө гарнизоны подполковнигы Дмитрий Сидорович Шинкеев менән үҙ биләмәһен, крәҫтиәндәрен һәм хужалыҡ кешеләрен һатыу-һатып алыу тураһында 1728 йылдың 30 ғинуарында» төҙөлгән ҡағыҙ. Был документҡа ярашлы, милек хужаһы «Ҡасим ауылын усадьбалары, төрлө ҡорам төҙөлөштәре һәм тирмәне, һөрөнтө ерҙәре һәм бесәнлектәре, Шаҡша йылғаһындағы башҡа ерҙәре менән» 200 һумға һата[1].

РСФСР Юғары Советы Президиумының 1988 йылдың 14 ғинуарындағы «Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы составына Ҡасим ауылын индереүҙе раҫлау тураһында» 8131-IX указында:

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы тарафынан күрһәтелгән планға ярашлы дөйөм майҙаны 396,9 гектар тәшкил иткән Өфө районы Князев ауыл Советына ҡараған Ҡасим ҡасабаһын Өфө ҡалаһы составына индереүҙе раҫларға,

 — тиелә.

«Өфө губернаһы биләмәләренең 1870 йыл өсөн тулы исемлеге» белешмәһендә шундай мәғлүмәт килтерелә: 28 хужалыҡта 122 кеше йәшәй. 1896 йылда ауылда 30 хужалыҡ һәм 237 кеше була (125 ир-ат, 112 ҡатын-ҡыҙ). 1902 йылда Ҡасим ауылында 26 хужалыҡ һәм 149 кеше иҫәпләнә. 1906 йылда 208 кеше йәшәй: 112 ир-ат һәм 96 ҡатын-ҡыҙ.

XIX быуатта умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр. Быуат аҙағында сиркәү, училище, иген запасы магазины, бакалея кибете, һыу тирмәне, ҡаҙна шарап кибете була. XX быуат башында төп шөғөл — игенселек.

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Административно-территориальное деление Башкирской АССР (на 1 июня 1952 г.). — Уфа: Китап, 1953. — 225—226 с.
  1. Ежемесячный журнал «Бельские Просторы». Дата обращения: 27 сентябрь 2012. Архивировано 1 февраль 2014 года. 2014 йыл 1 февраль архивланған.