Салманов Григорий Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Салманов Григорий Иванович
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 12 февраль 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:12|2|0}})
Тыуған урыны РСФСР, Өфө
Вафат булған көнө 3 апрель 1993({{padleft:1993|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Мәскәү ҡалаһы
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Һөнәр төрө дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Ойошма йәки клуб ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены орден Богдана Хмельницкого III степени орден «За службу Родине в Вооружённых Силах СССР» III степени «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы медаль «За укрепление боевого содружества» «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы медаль «За Одру, Нису и Балтику»
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Commons-logo.svg Салманов Григорий Иванович Викимилектә

Салманов Григорий Иванович (12 февраль 1922 йыл3 апрель 1993 йыл) — совет хәрби етәксеһе, армия генералы (1979 йыл). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1981—1986).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Григорий Иванович Салманов 1922 йылдың 12 февралендә Өфө губернаһының[1] Ҡасим ауылында тыуған. Крәҫтиән ғаиләһенән. 1930 йыл баштарында ғаилә Өфөгә күсеп килә, унда атаһы урындағы әҙерләүҙәр контораһында эшләй. Буласаҡ генералдың атаһы 1938 йылда нигеҙһеҙ ҡулға алына, 1939 йылда азат ителә, Бөйөк Ватан һуғышыда армияға мобилизациялана, әсирлеккә эләгә, азат ителгәндән һуң оҙаҡ ваҡыт махсус тикшереү лагерында була.

Салманов Григорий Иванович 1937 йылда 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлай, табип-хирург булырға хыяллана, әммә атаһы талабы буйынса шул уҡ 1937 йылда Өфө ҡулланыусылар кооперация техникумына уҡырға инә. Техникумда уҡып, медицина институтының эшселәр факультетына уҡырға инә. Атаһының көтөлмәгән ҡулға алыныуы уҡыуын тамамларға ҡамасаулай. 1940 йылда техникумды тамамлағандан һуң, Башҡорт АССР-ы Покровка район ҡулланыусылар союзының баш бухгалтеры булып эшләй[2].

Хәрби хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. 1942 йылдың февралендә Хабаровск хәрби-пехота училищеһын тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1942 йылдың мартында Көнбайыш фронттың 50-се армияһы составында пулемет взводының командиры вазифаһында фронтҡа ебәрелә. Һуңынан түбәнерәк команда һәм штаб вазифаларында һуғыша, һуғышты уҡсылар корпусы штабының оператив бүлеге начальнигы булып тамамлай. Һуғышта өс тапҡыр яралана. Көнбайыш, Үҙәк, 1-се Белорус һәм 2-се Белорус фронттарында һуғыша. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы.

Һуғыштан һуңғы хеҙмәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һуғыштан һуң 1945 йылдың ноябренән — армия штабының оператив бүлеге начальнигы ярҙамсыһы. 1949 йылда М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияны, шулай уҡ 1956 йылда уның ҡарамағындағы Юғары академик курстарҙы тамамлай. Балтик буйы хәрби округында хеҙмәт итә. 1954 йылдың авгусынан — армия штабының хәрби әҙерлек бүлеге начальнигы урынбаҫары, 1954 йылдың ноябренән — гвардия механизацияланған полк командиры, дивизия штабы начальнигы. 1957 йылдан 1962 йылға тиклем 26-сы мотоуҡсылар дивизияһы менән командалыҡ итә. 1964 йылда Генераль штабтың Хәрби академияһын тамамлай, Төркөстан хәрби округында штаб начальнигының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1967 йылдың авгусынан — Белорус хәрби округында 28-се дөйөм ғәскәри армияның командующийы.

Юғары хәрби вазифаларҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1969 йылдың 28 ноябренән — Киев хәрби округы ғәскәре командующийы. 1975 йылдың 26 июненән — Ҡоро ер ғәскәрҙәренең хәрби әҙерлеге буйынса баш командующий урынбаҫары — Ҡоро ер ғәскәрҙәренең хәрби әҙерлеге буйынса Баш идаралыҡ начальнигы.

1978 йылдың 28 декабренән 1984 йылдың 20 ғинуарына тиклем — Байкал аръяғы хәрби округы ғәскәре командующийы

1984 йылдың ғинуарында — 1986 йылдың сентябрендә Афғанстанда Афғанстан Демократик Республикаһы ҡораллы көстәрендә Баш хәрби советник вазифаһында, афған һуғышы барышында совет һәм афған ғәскәрҙәре хәрби хәрәкәттәрендәге етәкселәрҙең береһе

1986 йылдан сентябренән 1989 йылдың 30 июленә тиклем — К. Е. Ворошилов исемендәге Ҡораллы Көстәр Генераль штабы Хәрби академияһының начальнигы.

1989 йылдың июлендә — 1992 йылдың ғинуарында — СССР Оборона министрлығының генераль инспекторҙар төркөмөндә хәрби инспектор-кәңәшсе. 1992 йылдың ғинуарынан отставкала.

СССР-ҙың 8-10 саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1970—1984), КПСС Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат (1971—1976), КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1981—1986).

Мәскәүҙә йәшәй, шунда вафат була, Кунцево зыяратында ерләнгән.

Хәрби дәрәжәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • генерал-майор (07.05.1960),
  • генерал-лейтенант (19.02.1968),
  • генерал-полковник (29.04.1970),
  • армия генералы (25.10.1979).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ленин Ордены (11.02.1982)
  • Өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • 3-сө дәрәжә Богдан Хмельницкий ордены (27.04.1945)
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (11.03.1985)
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (05.03.1944)
  • Өс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (…; 11.02.1972; …)
  • 3-сө дәрәжә «СССР Ҡораллы көстәрендә Ватанға хеҙмәте өсөн» (30.04.1975)
  • Сит дәүләттәрҙең ордендары һәм миҙалдары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Калашников К. А., Додонов И. Ю. Высший командный состав Вооружённых сил СССР в послевоенный период. Справочные материалы (1945—1975 гг.). Том 1. Усть-Каменогорск: «Медиа-Альянс», 2013. — ISBN 978-601-7378-16-5. — С.225—226.
  • Военная энциклопедия в 8 тт. — М.: Военное издательство, 1994—2004. — Т. 7.

Сығанаҡтар һәм һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]