Ҡатнашыусы:Банат Валеева-Яубасарова/Вольтер
Вольте́р (франц. Voltaire; 21 ноябрь,1694, Париж, Франция — 30 май, 1778, Париж, Франция;исеме-Франсуа́-Мари́ Аруэ́, франц. François Marie Arouet; Voltaire — анаграмма «Arouet le j(eune)» — «Кесе Аруэ » (латинское написание — AROVETLI)) — XVIII быуаттың иң күренекле француз мәғрифәтсе-фәйләсүфе : шағир, прозаик, сатирик, трагик, тарихсы, публицист.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Чиновник Франсуа Мари Аруэның улы Вольтер иезуиттар колледжында уҡыған һәм атаһының уйы буйынса юрист һөнәрен һайларға тейеш булған.Тик Вольтер үҙеннең төп эше итеп әҙәбиәтте һайлаған. Башта ул аристократтар һарайҙарында ашау өсөн генә шиғырҙар яҙған. Һуңғараҡ регент һәм уның ҡыҙы тураһында эпиграмма яҙған өсөн Бастилияға төрмәгә эләккән. Икенсе тапҡыр башҡа кешенең шиғыры өсөн дә шул уҡ төрмәгә ябылған.
Вольтер йәш саҡта уға астролог барлығы утыҙ өс йыл ғына йәшәйәсәкһең тигән. Ысынлап та дворянин Роган менән дуэль астролог һүҙенең дөрөҫлөгөн иҫбат иткән булыр ине, тик Вольтер был дуэлдә тере ҡалған. Был хаҡта 63 йәшлек Вольтер былай тип яҙған: "Мин астрологтарға үс итеп, тағын утыҙ йыл йәшәнем, тимәк, мин уларҙы алданым, тик мине улар ғәфү итһендәр инде.."[1]
Һуңыраҡ Англияға китеп барған , уның сәйәси төҙөлөшөн , фәнде, философияны һәм әҙәбиәтен өйрәнгән.
Францияға әйләнеп ҡайтҡас, Вольтер Англия тураһында үҙенең тәьҫораттарын "Фәлсәфәүи хаттар" исеме аҫтында баҫтырып сығарған. 1734 йылда китапты конфискацияға эләктергәндәр, нәшриәтсе Бастилияға ябылған, ә Вольтер Лотарингияға ҡасып ҡотолған.Унда маркиза дю Шатле менән 15 йыл йәшәгән. "Светский кеше" китабын яҙған өсөн, уны диндән көлөүҙә ғәйепләйҙәр , һәм Вольтер Нидерландыға ҡасып киткән.
Примечания
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Валериан Тархановский. КАК ВОЛЬТЕР ОТ СМЕРТИ УШЕЛ . Parsadoxes. Парадокс (1 сентябрь 2002).