Ҡатнашыусы:Фәриҙә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Был ҡатнашыусы Башҡорт Википедияһында 2 йыл, 6 ай, 26 көн.
Pagan symbol female chalice.svg This user is female

Был ҡулланыусы — ҡатын-ҡыҙ.

  • Рәхмәт! Үҙем тураһында: 1962 йылда тыуғанмын. Икенсе йыл пенсионерҙар рәтен тулыландырырмын, тип торам, Алла бирһә. Белемем юғары, БДУ-ның биология факультетын тамамлағанмын. Әлеге ваҡытта Бөрйән район үҙәк китапханаһында эшләйем. 3 бала әсәһе һәм бер ейән оләсәһемен. 2013 йылда Бөрйәндә күренгән мираж-ҡаланы күреүсе һәм быйылғы йылда Эрнст Мулдашевтың "Урал батыр" эпосы буйынса Бөрйәндә булған экспедицияһында ҡатнашыусы булараҡ БСТ каналының "Телеүҙәк" тапшырыуҙарында ҡатнаштым. Буш ваҡыттарымды күпселек китап уҡып уҙғарам. Йәйен урман гиҙәм дә, һыу инәм. Бәләкәй генә баҡсам бар, шуны ҡарайым. Сәләмәт тормош алып барам. Бына шул, ҡыҫҡаса. Википедияға бер сумғас, ваҡытым еткән тиклем йөҙөрмен, тип уйлайым.