Эстәлеккә күсергә

Ҡатнашыусы менән һөйләшеү:Фәриҙә

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
   Тиҙ башланғыс өсөн ҡулланма
Фәриҙә, Башҡорт Википедияһына рәхим итегеҙ!
Тәүге аҙымдар Википедия ҡатнашыусылары исеменән һеҙҙе башҡорт телендәге бүлектә сәләмләйбеҙ. Был проектта ҡатнашыуҙан кинәнес алырһығыҙ тип өмөтләнәбеҙ.

Википедияла ҡатнашыуҙың төп принциптарына иғтибар итегеҙ: ҡыйыу булығыҙ һәм изге ниәттән тип уйлағыҙ.

Имза ҡуйыр өсөн баҫығыҙ
Википедиялағы мәҡәләләргә имза ҡуйыу кәрәкмәй (авторҙар исемлеге автоматик рәүештә яһала һәм мәҡәләнең төҙәтеү тарихында күрһәтелә), ләкин ҡоролтайҙағы әңгәмәлә йәки айырым биттәр тураһында фекер алышыуҙа ҡатнашҡығыҙ килһә, зинһар, дүрт тильда (~~~~) билдәһен ҡулланып йәки ҡоралдар панелендәге кәрәкле төймәгә баҫып имза ҡуйығыҙ. Псевдонимды яҙыу кәрәкмәй.

Ҡатнашыусы битегеҙгә үҙегеҙ тураһында мәғлүмәттәр ҡуя алаһығыҙ. Мәҫәлән, ниндәй телдәр белеүегеҙ йәки ҡыҙыҡһынған темаларығыҙ тураһында иғлан итергә тәҡдим итәбеҙ.

Һорауҙарығыҙ булһа, белешмә битен ҡарағыҙ. Унда үҙ һорауығыҙға яуап тапмаһағыҙ, ҡоролтайға яҙығыҙ йәки үҙ фекер алышыу битегеҙҙе мөхәррирләгеҙ: {{helpme}} менән бергә һорауығыҙҙы яҙығыҙ — һеҙгә ярҙам итәсәктәр.

Әгәр мәҡәләне бер төҙәтеү менән генә тамамлай алмаһағыҙ һәм уны киләсәктә дауам итергә уйлаһағыҙ, был турала башҡа ҡатнашыусыларға белдереү өсөн мәҡәлә башына {{subst:L}} ҡуйығыҙ.

Әгәр башҡорт теленә тәржемә ителмәгән мәҡәлә күрһәгеҙ һәм ул сит телде беләһегеҙ икән, мәҡәләне (өлөшләтә булһа ла) тәржемә итеүҙән тартынмағыҙ.

Һәм тағы бер тапҡыр: Рәхим итегеҙ!

Hello and welcome to the Bashkir Wikipedia! We appreciate your contributions. If your Bashkir skills are not good enough, that’s no problem. We have an embassy where you can inquire for further information in your native language. We hope you enjoy your time here!
Мәҡәлә исемдәре
Мәҡәлә мөхәррирләү
Ҡағиҙә һәм күрһәтмәләр
Һүрәттәр өҫтәү
Авторлыҡ хоҡуҡтары
Глоссарий


  • Әйҙүк тип өндәшәбеҙ, үҙ йортоғоҙҙа кеүек хис итегеҙ!--ZUFAr (әңгәмә) 05:52, 22 декабрь 2016 (UTC)[яуап бирергә]
  • Ижади уңыштар юлдаш булһын, Фәриҙә! Үҙегеҙ хаҡында ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт яҙһағыҙ ине. --Айсар (әңгәмә) 07:23, 22 декабрь 2016 (UTC)[яуап бирергә]
  • Рәхмәт! Үҙем тураһында: 1962 йылда тыуғанмын. Икенсе йыл пенсионерҙар рәтен тулыландырырмын, тип торам, Алла бирһә. Белемем юғары, БДУ-ның биология факультетын тамамлағанмын. Әлеге ваҡытта Бөрйән район үҙәк китапханаһында эшләйем. 3 бала әсәһе һәм бер ейән оләсәһемен. 2013 йылда Бөрйәндә күренгән мираж-ҡаланы күреүсе һәм быйылғы йылда Эрнст Мулдашевтың "Урал батыр" эпосы буйынса Бөрйәндә булған экспедицияһында ҡатнашыусы булараҡ БСТ каналының "Телеүҙәк" тапшырыуҙарында ҡатнаштым. Буш ваҡыттарымды күпселек китап уҡып уҙғарам. Йәйен урман гиҙәм дә, һыу инәм. Бәләкәй генә баҡсам бар, шуны ҡарайым. Сәләмәт тормош алып барам. Бына шул, ҡыҫҡаса. Википедияға бер сумғас, ваҡытым еткән тиклем йөҙөрмен, тип уйлайым.
    • Түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ!--ZUFAr (әңгәмә) 10:57, 27 декабрь 2016 (UTC)[яуап бирергә]
    • Биофакты тамамлағас, бигерәк тә медицина, химия, биология һәм ботаника темаларына ең һыҙғанып тотонорһығыҙ тип ышанабыҙ. Һорауҙарығыҙ булһа, тартынмағыҙ, бәйләнгеш өсөн: 4039624@mail.ru --Айсар (әңгәмә) 15:55, 27 декабрь 2016 (UTC)[яуап бирергә]
      • Рәхмәт! Медицина училищеһын тамамлап, оҙаҡ ҡына хирургия сестраһы ла булып та, район "Таң" гәзитендә хаттар бүлеге мөдире, мәктәп/балалар баҡсаһы комплексында директор ҙа булып эшләнем. Аллаға шәкәр, тормош тәжрибәм һәлмәк кенә. Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән һеҙҙе! Ижади уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр һеҙгә!

Башҡортостандың ете мөғжизәһе 1. Салауат Юлаев һәйкәле

  Салауат Юлаев етәкләгән азатлыҡ көрәше - башҡорт халҡы тарихындағы иң сағыу ваҡиға.
  1967 йылда Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле асыла. Был һыбайлы монументы С.Д.Тавасиев тарафынан һынландырылған, архитекторы - М.Ғ.Ғәйнетдинов. Салауат һыны - Европалағы иң бейек һәйкәл. Һәйкәлдең образы республика гербында сағылыш тапҡан.

2. Башҡорт балы

  Башҡорт балы - баллы үҫемлектәрҙең сәскә һуттарынан бал ҡорттары йыйған биологик актив продукт. Сифаты яғынан бөтә донъяла юғары баһалана. Башҡорт бал ҡортоноң да ҡиммәте ҙур. Башҡорттар бик борондан солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән.

3. Ҡурай

  Башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡурай үҙен ижад иткән халыҡтың быуаттарға олғашҡан тарихының шаһиты ул. Ул һағышты ла, шатлыҡты ла, нескә лириканы ла, эпик юғарылыҡты ла көйләүгә һәләтле. Ҡурайҙа уйнау оҫталығы быуындан-быуынға тапшырыла килә. Ҡурай Башҡортостан гербында урын алған.

4. "Урал батыр" эпосы

  Эпос - башҡорт ауыҙ-тел ижадының иң боронғо ҡомартҡыһы. Башҡорттарҙың "Урал батыр" эпосы донъя халыҡтары мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшө һәм ҡомартҡыһы. Эпосты 1910 йылда М. Буранғолов яҙып алған.

5. Красноусол минерал сығанаҡтары

  Ғафури районының диңгеҙ кимәленән 132-136 метрҙағы бейек үренән ағып сыҡҡан был минерал сығанаҡтың төп дауалау факторҙары шунда: унда хлор-натрийлы, водородлы көкөрт матдәләре бар. 1944 йылда Красноусол шифаханаһы эшләй башлай.

6. Шүлгән мәмерйәһе

  Башҡортостандың Көньяҡ Уралдағы иң ҙур карст мәмерйәләренең береһе Бөрйән районында Ағиҙелдең уң яҡ ярында урынлашҡан. Мәмерйә өс ҡатлы, дөйөм оҙонлоғо ике саҡрымдан ашыу. 1965 йылда Шүлгән мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы Рәсәйҙең тәбиғи ҡурсаулығы тип иғлан ителә.

7. Янғантауҙың шифалы быуҙары

  Бальнеологик киң профилле шифалы быулы тау Башҡортостандың Салауат районында Йүрүҙән йылғаһының уң яҡ яры буйында, диңгеҙ кимәленән 413 метр бейеклектә урынлашҡан. 1944 йылда Янғантау курорты асыла. Янғантау шифаханаһы ун биш төрлө дауалау нигеҙендә Рәсәйҙә беренсе урында тора.