Ҡатнашыусы:Akkashka/Дон йылғаһы яр буйы
Дон йылғаһы яр буйы —Дондағы Ростов ҡалаһы Риверсайд-Дон бизнес үҙәгенән башлана һәм Пирс рестораны причалы янында тамамлана. Йылғаның уң яры буйлап үтә, а на левой стороне Дондың һул яғында Левбердон урынлашҡан.
Тасуирлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иң күренекле рус флот әйҙәүселәренең береһе Фёдор Ушаковтың ғорур исеме менән аталған ҡала яр буйы — ҡаланың билдәле иҫтәлекле урындарының береһе.
Ҡала йылға яры буйына төшкән туристарҙы таныш геройҙар Нахалёнок һәм Щукарь бабай менән осрашыу шатландыра. Кешеләрҙе йөрөтөүсе катерҙар һәм теплоходтар тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында тиерлек ял итеүселәрҙе кәрәк ергә алып бара ала һәм Дон буйлап йөрөтә ала. Теплоходтарҙың өҫкө палубаларынан күркәм күренештәр күҙ алдына баҫа.
Ҡала яры буйында бар халыҡ күңел асыуҙары уҙғарыла. Йыл һайын Ҡала көнөнә бөтөн милләт вәкилдәре милли ашамлыҡтар әҙерләйҙәр һәм һый тулы өҫтәлдәрҙе яр буйына сығарып ҡуялар. Бында һеҙҙе татар бәлештәре һәм үзбәк былауҙары, грек маслиналары һәм белорус драниктары менән һыйларҙар. Ә осетиндар һеҙҙе шарап менән һыйламай ҡайтармаҫ. Иртә яҙҙан ҡала яр буйы наҙлы япраҡ йәшеллегенә күмелә. Яҙҙың яңы тыны үҙенең ләззәтле хуш еҫе менән ҡыуандыра. Йәй көнө яр буйында буяуҙарҙан күҙ ҡамаша: сәскә атҡан үҫемлектәрҙең төрлө төҫтәге палитраһы газондарҙың сағыу йәшеллеген айырыуса асыҡ итеп күрһәтә. Тарбай ағас күләгәһе аҫтында торған эскәмйәләрҙең береһенә иркенләп ултырыу, эргәнән йөҙөп барған теплоходтарҙы күҙәтеү рәхәт. Йәйен Ростов яр буйы гүзәл, колорит күҙгә ташланып тора. Йәйге буяуҙар көҙҙөң ҡыҙыл-һары төҫтәре менән алмашына. Дон буйлап йөрөү өсөн был иң романтик осор. Ҡыш көнө йылға яры йомшаҡ аҡ ҡар менән ҡаплана. Ғөмүмән, көньяҡ баш ҡалаһы — Дондағы Ростовта бында яҙ уртаһынан көҙ уртаһындағы арауыҡта булыу иң яҡшыһы. Бына шул саҡ, исмаһам!
2012 йылдың 30 июнендә йыл һайын ойошторолған «Дон йылғаһы фестивале»ндә һәм Ростов өлкәһенең 75 йыллығына яр буйында «Петровский» фонтаны асылған.
Ул яр буйы һәм Семашко проспекты мөйөшөндә урынлашҡан.[1]
Фонтан «Дон причалы» Компаниялар төркөмө хосуси инвестор аҡсаһына төҙәлгән. Уны төҙөүгә киткән дөйөм инвестиция күләме 36 млн. һумдан күберәк[2].
«Петровский» фонтаны ― был яңы быуын фонтаны. Ул яҡтыртыла, музыкаль һәм күп функциональ. Фонтан ябай һыу задвижкалары менән түгел, ә тотош программа-аппаратлы электроника комплексы идара итә. Фонтан музыка оҙатыуында сағыу биҙәкле ялтырауыҡ һыулы 10 композиция башҡарыуға һәләтле.
Йышлыҡлы регуляторлы насостар, ҙур тиҙлектә йөрөгән клапандар, һыу аҫты яҡтыртҡыстары системаһы һыу шоуы режимындағы берҙәм көйләнгән оркестр кеүек эшләй. Мелодиялар минут ярымдан алып өс минутҡа саҡлы башҡарыла.
Шулай уҡ «Петровский» Дондағы Ростовта берҙән-бер бассейнһыҙ фонтан, ул яҫылыҡлы (ҡоро).
Фонтандың һыулы туҫтағы горизонталь яҫылыҡ аҫтына йәшенгән, һыу туранан-тура асфальт кимәлендә ятҡан плиткаға түгелә. Артабан ағым фонтан каналдарына йүнәлә һәм, после фильтрланғандан һуң, яңынан шыбырҙап ағып торған һыуға (струя) ҡабат ҡушыла.
«Петровский» йөҙ варианттан артыҡ төрлө шарлауыҡты кәүҙәләндерә, ә кистәрен төҫтәр-музыкаль режимда эшләй ала.
Подсветкаһында аҡ, күк, шәмәхә, һары, ҡыҙыл, йәшел һәм фирүзә төҫтәр файҙаланыла. Фонтанды проектлағанда, уның тиҙлеге мөмкинлектәре һәм ел йүнәлешен иҫәпкә алыу ҡаралған, шарттар үҙгәргәндә, махсус датчик автоматик рәүештә шыбырҙап ағып торған һыуҙың бейеклеген түбәнәйтә.
Гранит плитаһында һүрәтләнгән Елдәр раузаһы - фонтандың дизайнер үҙенсәлеге.
2013 йылда Дондағы Ростов администрацияһы Дон яры буйында күргәҙмә павильоны һәм яңы кафе төҙөргә ҡарар итә.
Шулай уҡ 2013 йылда Ростов мэры Михаил Чернышёв яр буйында бер нисә скульптура урынлаштырыу тураһындағы ҡарарына ҡул ҡуйҙы. Яңы монументтар — «Балыҡсы», «Ҡыҫала», «Ат йөҙҙөрөү», «Григорий һәм Аксинья кәмәлә», «Дон-батюшка», «Рәссам» - дон крайы темаһына композиция. Бөтөн скульптуралар ҙа мәрхәмәтлек принциптарына таянып урынлаштырыласаҡ[3], тәүге скульптуралар урынлаштырылған да инде.
Скульптура «Дон-батюшка» находится в поистине великолепном обрамлении: чугунные ограды, каменные плиты на мостовой, свежая зелень газонов, памятники, скульптуры. В настоящее время идет реконструкция набережной, городскими властями согласован план переноса Ростовского порта на левый берег, его место займет набережная.
Примечания
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Поющий фонтан "Петровский" | ФонтанГрад . fontangrad.ru. Дата обращения: 19 февраль 2017.
- ↑ На набережной Дона открылся новый светомузыкальный фонтан «Петровский» . www.rostov.aif.ru. Дата обращения: 19 февраль 2017.
- ↑ Газета «Аргументы и факты на Дону», № 21 (1698), 2013 год.
[[Категория:Алфавит буйынса урамдар]]