Ҡашҡаҙан (парк)
Ҡашҡаҙан | |
Нигеҙләү датаһы | 2002 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Өфө |
Ҡашҡаҙан Викимилектә |
«Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркы — Өфө ҡалаһындағы мәҙәниәт һәм ял паркы. 2002 йылда нигеҙ һалынған һәм 31,5 гектарҙан ашыу майҙанды биләй, шуның 13 гектар самаһы майҙанын Ҡашҡаҙан күле биләй.
Паркка килеүселәр ҡарамағында йәйәүлеләр юлдары, шул иҫәптән Ҡашҡаҙан күле тирәләй «Һаулыҡ һуҡмағы», уңайлы шарттары булған пляж һәм душлы кабиналары менән кейемде (өҫтө) алмаштырыу кабиналары булған балалар ҡаласығы, 2 тир, ятып ҡыҙыныу өсөн ятаҡтар һәм ҡояштан һаҡланыу өсөн ҡулсатырҙар прокат пункты, ял итеп йөрөп килеү өсөн катамаран һәм кәмәләр, виндсерфинг, роликтар, веломобилдәр, самокаттар һәм скейтбордтар өсөн кәрәк-яраҡтар, «Паровоз», «Өйөрмә», «Колокольчик», «Осоу», «Юнга» аттракциондары һәм башҡалар. Паркта пони һәм аттарҙа йөрөү ойошторолған.
Парк биләмәһендә даими рәүештә халыҡтың төрлө категорияһы өсөн төрлө саралар үткәрелә: пляж волейболы буйынса ярыштар, музыкаль-күңел асыу саралары, үҫемлектәр һәм хайуандар күргәҙмә-һатыу, йәштәр дискотекаһы, «социаль хәүеф төркөмө» үҫмерҙәре араһында хәрби-спорт күпбәйгеһе буйынса спартакиада, күмәк күңел асыу байрамдары һәм башҡа саралар.