Ҡаҙаҡбаев Әмир Ғайса улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡаҙаҡбаев Әмир Ғайса улы (9 март 1957 йыл) — ғалим-офтальмолог, юғары категориялы табип. 1999 йылдан «Еврооптик» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры. Медицина фәндәре кандидаты. Тамъян ырыуы бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шағәле Шаҡман вариҫы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әмир Ғайса улы Ҡаҙаҡбаев 1957 йылдың 9 мартында Башҡорт АССР-ының Күмертау районы Свобода ауылында тыуған.

1974 йылда Свобода урта мәктәбен тамамлағас, Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә. Күҙ табибы дипломы алғас, 1982—1999 йылдарҙа Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, «медицина фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай.

1999 йылда үҙенең «Еврооптик» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтен ойоштора һәм бөгөнгәсә уның директоры булып эшләй.

Үҙәк, сит илдәр матубғатында донъя күргән 110-дан ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Лазер рефракция хирургияһы буйынса күҙ ауырыуҙарын дауалауға 15 йыл уңышлы етәкселек итә.