Ҡаҙаҡ дәүләт сәнғәт академияһы
Казахская национальная академия искусств имени Т. К. Жургенова (КазНАИ) | |
Academy zhurgenov logo.jpg | |
Исеме |
Т. Қ. Жүргенов атындағы Қазақ ұлттық өнер академиясы |
---|---|
Асылған йылы | |
Ректор | |
Урынлашыуы | |
Юридик адресы |
Республика Казахстан, 050000 Алматы, ул. Панфилова, 127 |
Сайт |
Т. К. Жургенов исемендәге ҡаҙаҡ дәүләт сәнғәт академияһы (ҡаҙ. Т. Қ. Жүргенов атындағы Қазақ ұлттық өнер академиясы)- Алма-Атала (Ҡаҙағстан) урынлашҡан юғары уҡыу йорто.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Академия тарихы 1955 йыл Ҡаҙаҡ ССР -ының халыҡ артисы А. Т. Тоҡпанов Ҡорманғазы исемендәге Алма-Ата дәүләт консерваторияһында театр факультеты асыуҙан башлана. Уның нигеҙендә 1977 йылда Алма-Ата театр-художество институты асыла. 1978 йылда театр һәм сәнғәт факультеттарына беренсе тапҡыр студенттар ҡабул ителә[1].
1982—1983 уҡыу йылында институтта 490 студент уҡый, 95 уҡытыусы, шул иҫәптән 5 профессор һәм фән докторы, 7 доцент һәм фән кандидаты эшләй[2].
1989 йылың 28 ғинуарында институтҡа Ҡаҙағстандың беренсе мәғариф халыҡ комиссары Тимербәк Жургенов исеме бирелә[1].
1993 йылда юғары уҡыу йорто Т.К.Жургенов исемендәге ҡаҙаҡ дәүләт театр һәм кино институты итеп үҙгәртелә, «Кино һәм телевидение» факультеты ойошторола. 1994 йылдың 22 июнендә Т.Жургенов исемендәге ҠаҙДТК (ГИТИК) эргәһендә Юғары хореография мәктәбенә нигеҙ һалына, һуңынан ул хореография факультеты итеп үҙгәртелә[1].
2000 йылда Т. Жургенов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт театр һәм кино институты менән Ҡаҙаҡ дәүләт сәнғәт академияһы берләштерелә һәм Т.Жургенов исемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт сәнғәт академияһы ойошторола . [1].
2001 йыл5 июлендә Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты указы менән академияға айырым дәүләт юғары уҡыу йорто статусы бирелә[3]. Академияның төп уҡыу корпусы элекке Ҡаҙаҡ ССР-Ы Халыҡ Комиссарҙары советы бинаһында урынлашҡан, архитекторы- М. Я. Гинзбург (1927—1930).
Факультеттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Театр сәнғәте
- Музыка сәнғәте
- Хореография
- Кино, телевидение һәм сәнғәт ғилеме
- Эстрада сәнғәте
- Һынлы сәнғәт, скульптура, дизайн һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте
Студенттар телестудияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Т. К. Жургенов исемендәге сәнғәт академияһында студенттар телестудияһы эшләй, ул студенттарҙың ижадҡа һәләтен үҫтереү һәм үҙ эшенең һөҙөмтәһен асыҡтан-асыҡ күрһәтеү өсөн мөһим уҡыу платформаһы булып тора.[4]
Ректорҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1975—1985 - Йәнесбаева Ғ. А.
- 1987—1989 — Аман Ҡолбаев
- 1989—1991 — Аширбәк Сығай
- 1991—1994 — Есмөхан Обаев
- 1994—2000 — Ибраһимов У. Ш.
- 2000—2008 —Ҡышҡашбаев Т. А.
- 2008—2014 — Арыстанбәк Мөхәмәтйән Улы
- 2014—2018 — Бибигөл Нусипжанова
- 2018—2019 — Әсхәт Майемиров
- 2019—2021 — Аҡан Абдуалиев
- 18 июндән 2021 2022 йылдың 14 февраленә тиклем — Шәрипбәк Әмирбәк (ваҡытлыса)
- 2022 йылдың 14 февраленән алыпв — Азамат Сатыбалды
Академия бинаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаҙаҡ ССР-ының баш ҡалаһын Ҡыҙыл Урҙанан Алма-Атаға күсергәс, дәүләт учреждениелары өсөн яңы административ үҙәк төҙөү хәжәте тыуа. Шуға күрә 1927—1931 йылдарҙа Ҡаҙаҡ ССР — ы Хөкүмәте өсөн бина төҙөлә (хәҙерге адресы-Богенбай батыр урамы, 136). Проект авторҙары- М. Гинзбург һәм Ф. Милинис, инженер В. Орловский. Бина проекты Мәскәү архитектура йәмғиәтенең Бөтә союз конкурсында еңеүсе була.
Бинала билдәле совет эшмәкәре Л. И. Мирзоян -Ҡаҙағстан Компартияһы Үҙәк комитетының беренсе секретары эшләгән[5].
1941 Йылда архитекторҙар Б.Дергачева, Г. Кушнаренко һәм инженер Н. Оразмыбетов проекты Буйынса бина реконструкциялана , һөҙөмтәлә ике яҡтан төкәтмәләр төҙөлөп бөтә һәм ҡыйыҡ алмаштырыла[6].
Яңыһы төҙөлгәндән һуң Хөкүмәт биналары 1958 йылда С. М. Киров исемендәге ҡаҙаҡ дәүләт университетына бирелә. Был осорҙа уҡыу корпусы вестибюлендә Киров һәйкәле тора.
1982 йылда бинала театр-художество институты урынлаша, һуңыраҡ ул Т. Жургенов исемендәге Алама-Ата театр һәм кино институты тип йөрөтөлә[5].
Әлеге ваҡытта бинала Жургеновсемендәге Ҡаҙаҡ дәүләт сәнғәт академияһы урынлашҡан.
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бина конструктивизмстилендә төҙөлгән . . Бинаның каркасы йомшаҡ ҡамышит менән тултырылған монолит тимер-бетон, тәүге тапҡыр был материал Алма-Атала йәмәғәт биналарын төҙөгәндә ҡулланыла[5].
2002 йылда бина алдында Тимербәк Жургеновҡа һәйкәл ҡуйыла. Һәйкәлдең скульпторы Е. А. Сергебаев.
Һәйкәл статусы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1979 йылдың 4 апрелендә Халыҡ депутаттарының Алма-Ата ҡала Советы башҡарма комитетының 139-сы Һанлы «Алма-Ата ҡалаһының тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлеген раҫлау тураһында» Ҡарары ҡабул ителә, унда ҠаҙДУ-ның уҡыу корпусы бинаһы атала[7]. Ҡарар һәйкәлдәрҙе һаҡлау йөкләмәһен рәсмиләштереү һәм реставрациялау проекттарын әҙерләүҙе күҙ уңында тота .
1982 йылдың 26 ғинуарында бина Ҡаҙаҡ ССР -ының республика әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән[8].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаҙаҡ дәүләт сәнғәт академияһын тамамлағандар:
- Байгазин Әмир Кенжегази улы, кинорежиссёр
- Ержанов Әдилхан, кинорежиссёр
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 ИСТОРИЯ КАЗНАИ ИМЕНИ Т.К. ЖУРГЕНОВА . «КАЗНАИ». Дата обращения: 7 май 2015. Архивировано 2 ноябрь 2016 года. 2016 йыл 2 ноябрь архивланған.
- ↑ М.К.Козыбаев и др. Алма-Ата. Энциклопедия. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской Советской энциклопедии, 1983. — 608 с. — 60 000 экз.
- ↑ Указ Президента Республики Казахстан от 5 июля 2001 года N 648 «О предоставлении особого статуса отдельным государственным высшим учебным заведениям»
- ↑ Телеканал «ӨНЕР» . Дата обращения: 24 ноябрь 2021. [no Архивировано] 24 ноябрь 2021 года.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Достопримечательности г. Алматы. Дом правительства Казахской ССР . Дата обращения: 3 февраль 2019. Архивировано 24 апрель 2016 года. 2016 йыл 24 апрель архивланған.
- ↑ Энциклопедия Алматы. Казахская национальная академия искусств
- ↑ Решение Исполнительного комитета Алма-Атинского городского Совета народных депутатов от 4 апреля 1979 года № 139 «Об утверждении списка памятников истории и культуры города Алма-Аты» . Дата обращения: 3 февраль 2019. Архивировано 12 ноябрь 2018 года.
- ↑ Постановление Совета Министров Казахской ССР от 26 января 1982 года № 38 «О памятниках истории и культуры Казахской ССР республиканского значения» . Дата обращения: 15 ғинуар 2013. Архивировано 21 ғинуар 2013 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Казахская национальная академия искусств // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. III. — ISBN 9965-9746-4-0.