Эстәлеккә күсергә

Ҡаҙылыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡаҙылыҡ

Колбасалар

Авторы
Тыуған иле

Башҡорт аштары

Компоненттар
Төп

һимеҙ йылҡы йәки һыйыр ите

Булыуы мөмкин

тәмләткестәр

Ҡаҙы (ҡайһы бер һөйләштәрҙә ҡаҙылыҡ) — эсәккә ваҡлап туралған ит һәм тултырып эшләнгән «колбаса», башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарҙың милли ризығы.

Ҡаҙы әҙерләү тәртибе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙы өсөн яңы һуйылған һимеҙ йылҡы ите яҡшы була. Сөнки яңы һуйылған иткә тоҙ һәм борос яҡшы һеңә, һәм ул яҡшы тоҙлана. Ҡаҙы өс төрлө була:

  1. Эс (ҡорһаҡ) майынан эсәккә тоҙлап, һарымһаҡлап, ҡара борослап тултырыла.
  2. Ҡабырғалы ҡаҙы - ҡабырға ите өҫтөнә үҫкән майҙан яһала.
  3. Ял ҡаҙыһы — йылҡының ялынан ҡырҡып алалар.

Һимеҙ йылҡы итен (түш тирәһендәге майлы ҡаҙылыҡ бигерәк тә һәйбәт була) һәм һум итен ваҡлап турайҙар. Туралған ит урман сәтләүеге ҙурлығында булырға тейеш. Уға тоҙ, борос һибеп, яҡшылап болғаталар ҙа биш-алты сәғәткә кәстрүлгә һалып, ябып торалар. Ошолай әҙерләнгән итте эсәктәргә тултырып, ҡояшлы йәки елле урынға элеп ҡуялар. Бындай ҡаҙылыҡ дүрт-биш айға тиклем яҡшы һаҡлана. Әҙер булғас, уны бешереп тә, шул көйө лә ашарға мөмкин.

Ҡаҙылыҡҡа тигән иттең өстән бер өлөшө май булырға тейеш. Әгәр ит бынан да артыҡ майлы булһа, ҡаҙылыҡты тултырғас, артыҡ майы ағып сыҡһын өсөн бер нисә урындан сәнсеп тишергә кәрәк.