Ҡотошов Салауат Шәйхелислам улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡотошов Салауат Шәйхелислам улы
Кутушев Салават Шайхил-Исламович.jpg
Ҡотошов Салауат Шәйхелислам улы
Эшмәкәрлек төрө:

топ-Ҡалып:Менеджер

Тыуған көнө:

13 февраль 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (43 йәш)

Тыуған урыны:

Ташкент

Гражданлығы:

Рәсәй Рәсәй

Ҡотошов Салауат Шәйхелислам улы (13 февраль 1976 йыл) — юрист, дәүләт һәм хужалыҡ хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (2010). Рәсәй граждандар авиацияһы топ-менеджеры, Рәсәй аэропорт һәм аэродромдар селтәре үҫеше инициаторы, «Калуга» АЙ халыҡ-ара аэропорты генераль директоры.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Салауат Ҡотошов 1976 йылдың 13 февралендә Үзбәк ССР-ының баш ҡалаһы Ташкентта тыуған[1].

2000 йылда Башҡорт дәүләт университетынының юридик факультетын тамамлай.

2002 йылда Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында аспирантураны тамамлай.

2003 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының хоҡуҡи тәьминәт бүлегендә начальник, мөнәсәбәттәргә контроллек буйынса баш белгес булып эшләй.

2005 йылдан Дәүләт милке менән идара итеү буйынса Федераль Агентлыҡтың Башҡортостан республикаһындағы территориаль идаралығы етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.

2010 йылда Граждандар авиацияһы академияһын (Санкт-Петербург), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс академияһын тамамлай.

2008—2011 йылдарҙа «Өфө» халыҡ-ара аэропортын етәкләй[2], 2011 йылдан «Ермолин» халыҡ-ара аэропортының идарасы компанияһында етәксе була, 2014 йылдан — «„Калуга“ халыҡ-ара аэропорты» АЙ генераль директоры итеп тәғәйенләнә.

2009—2010 йылдарҙа Рәсәйҙә тәүге тапҡыр төбәк пассажирҙар авиацияһын тергеҙеү проектының инициаторы була, Башҡортостан Республикаһында Нефтекама, Сибай аэродромдарын реконструкциялай.

2011 йылдың 2 февралендә Салауат Ҡотошов Мысырҙағы Революция (2011—2013) сыуалыштары ваҡытында рәсәйлеләрҙе тыуған иленә ҡайтарыу экпедицияһын етәкләй.[3]

Наградалары һәм ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡотошов Салауат Шәйхелислам улы етәкселек иткән дәүерҙә «Өфө халыҡ-ара аэропорты» «Интенсив үҫешеүсе аэропорт» номинацияһында «БДБ илдәренең иң яҡшы аэропорты» булып таныла, шулай уҡ аэропортҡа транспорт тармағындағы Милли йәмәғәт премияһы тапшырыла.

Салауат Ҡотошов «Хәрби хеҙмәт өсөн», «Кавказдағы хеҙмәте өсөн», «Хәрби хәрәкәттәр ветераны», Жуков миҙалы, «Транспорт милицияһының 90 йыл» миҙалдары менән бүләкләнә, «Почетлы геодезист» маҡтаулы исеменә лайыҡ була[1].

  • Башҡортостан Республикаһы Президентының 15.07.2010 N УП указына ярашлы Салауат Ҡотошевҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» исеме бирелә.[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 АвиаПОРТ. Справочник. 25 февраль 2019 тикшерелгән.
  2. Международный аэропорт "Уфа" будет развивать региональные авиаперевозки. Башинформ, 18.08.2010. 25 февраль 2019 тикшерелгән.
  3. РИА Новости (02.02.2011). 25 февраль 2019 тикшерелгән.
  4. Право. Инфо

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]