Эстәлеккә күсергә

Ҡурай (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡурай
Атамаһы Ҡурай (йыр)
Нәшер ителеү ваҡыты 1984
Баҫылған Китап

Ҡурай (йыр) (рус. Курай (песня) — бик борон замандарҙан быуындан-быуынға аманат булараҡ тапшырылып килгән бөйөк ҡомартҡы-музыка ҡоралына атап сығарылған башҡорт халыҡ йыры[1].

Халҡыбыҙҙың гимны булараҡ танылған мәшһүр «Урал» йырында:
«Таҡыя ла башлы ҡырлы ҡурай
Башҡорт еркәйенең межаһы…» тигән юлдар бар. Был музыкаль әҫәр боронғо ата-бабаларыбыҙ, һәр башҡорт өсөн тыуған ере, Уралы изге булған кеүек үк, ҡурай ҙа уның тормошо менән тығыҙ бәйләнештә булыуын да раҫлай. Күренекле урыҫ этнографы Сергей Рыбаковтың 1897 йылда Санк-Петербургта нәшер ителгән «Музыка и песни уральских мусульман с очерком их быта» тигән китабы — ҡурай һәм ҡурай сәнғәте тураһында яҙылған беренсе хеҙмәт. Мәшһүр ҡурайсы Юлай Ғәйнетдинов билдәләүенсә, башҡорт халҡының бөтә тарихы ҡурай моңонда сағылыш тапҡан. Шуға ла халыҡ тарафынан был музыка ҡоралына арнап йыр сығарыуы һис тә ғәжәп түгел. Башҡорт донъяһындағы ижтимағи-сәйәси ваҡиғаларҙан алып кеше күңелендә тыуған хисле мөхәббәт тойғоларын асып һалыу сараһы ла булған ул ҡурай. Тарихта билдәле һәр сәсән ҡурайсы ла булған, тип әйтергә мөмкин[1].
Урал ғына тауҙың, ай, башында
Урай-урай үҫкән бер ҡурай.
Шул ҡурайҙы алып, бер тартты ниһәң,
Ҡайғы-хәсрәт баҫыла бер талай.
Йүгереп кенә мендем, ай, үҙәндән,
Таҡыя ла башлы ҡурайға.
Ҡая ташҡа баҫып, ҡурай тарттым,
Эштәр китмәҫме тип уңайға.
Таҡыя ғына башлы ҡырлы ҡурай,
Моңло ғына итеп уйнайым.
Ҡурайҡайым еңел, көйө ауыр,
Еңел көйкәйҙәрҙе уйлайым.
Тартсы әле, егет, ҡурайыңды,
Ауыр донъя еңел тойолһон.
Эскенәйем тулы ҡайғы-хәсрәт
Ҡурай моңо менән ҡойолһон[2].
  1. 1,0 1,1 Ю. И Ғәйнетдинов. Ҡурай һәм ҡурайсылар. — Өфө. 2011. Т. 500 экз. — 448 бит. ISBN 978-5-9613-0170-0
  2. Йырҙар. Алтынсы баҫма. Төҙөүсеһе Хөрмәт Бткҡолов. Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте.1984. — 624 бит. Т. 50 000 экз.
  • Йырҙар. Алтынсы баҫма. Төҙөүсеһе Хөрмәт Бткҡолов. Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте.1984. — 624 бит. Т. 50 000 экз.
  • Ю. И. Ғәйнетдинов. Ҡурай һәм ҡурайсылар. — Өфө. 2011. Т. 500 экз. — 448 бит. ISBN 978-5-9613-0170-0.