Эстәлеккә күсергә

Ҡутырбаш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡутырбаш
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Knautia arvensis (L.) Coult.

Синонимдар

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  35408
NCBI  105271
EOL  467218
GRIN  21181
IPNI  319318

Ҡутырбаш — (лат. Knáutia arvénsis ҡарут һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.

Яҡынса 50 төрө билдәле, Европаның, Көнбайыш Азияның һәм Төньяҡ Африканың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Ике йәки күп йыллыҡ үлән.

Һабағы төҙ, ябай, бейеклеге 30—200 см. Япрағы ҡапма-ҡаршы, ҡауырһын һымаҡ телемле (һирәгерәк бөтөн), һабаҡ япраҡтары — ултырма, сиратлы, һабаҡты яртылаш уратҡан, бөтөн ситле, аҫҡылары — һаплы. Сәскәһе ваҡ, аҡ, һары, алһыу зәңгәр төҫтә, ике енесле, дөрөҫ төҙөлөшлө түгел; тығыҙ ялпаҡ ярымшар формаһындағы тумалаҡ сәскәлеккә йыйылған. Тажы һәм тышҡы каса япрағы көпшә, эскеһе — сынаяҡ аҫты һымаҡ, тешле, һеркәсе 4-әү. Июнь—сентябрҙә сәскә ата. Емеше — орлоҡса, июль—сентябрҙә өлгөрә.

Мал аҙығы, декоратив, баллы үҫемлек. Баҫыу Ҡутырбашы бөтә республикала ҡыуаҡлыҡтар араһында, болондарҙа, урман ситтәрендә; эндемик татар Ҡутырбаш Башҡортостандың Урал алдында киң япраҡлы урмандарҙа үҫә.