Ҡырыбужан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡырыбужан
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 616 метр һәм 498 метр
Карта

Ҡырыбужан (рус. Кырыбужан) — Башкортостан Республикаһы Ғафури районында Көньяҡ Урал тауҙарындағы һырт. Иң бейек нөктәһе — 616,0 билдәһе.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атаманың этимологияһын башҡорт теленән эҙләргә кәрәк, сөнки был төбәк — борондан башҡорттар йәшәгән төбәк. Топонимдың тәүге өлөшө — «Ҡыра», йәғни, тауҙың өҫкө ҡыры; ҡырлас тигән һүҙ[2][3]).

Бүжә, бүжәк — башҡортса сусаҡ тигәнде аңлата[4] Йәғни, һырттың атамаһы сусаҡлы ҡырлас тигән мәғәнә биреүе ихтимал.

Бер үк ваҡытта Буҙан тигән төрки антропонимдан булыуы ихтимал тигән фараз да бар. Башҡорт телендә «буҙан» — дыуамал[5])мәғәнәһендә ҡулланыла.

Шулай уҡ Ишембай районында Ғүмәр ауылының икенсе исеме — Бүжәтау, ул да сусаҡҡа оҡшаған тау булып тора.

Орография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнбайышта Воскресенская тау массивы йәнәш тора (м. 704).

Ҡырыбужан һырты Бискур, Ҡушъйылға, Аралыҡ һәм Ҡарағаслы (Еҙем йылғаһы бассейны) йылғалары араһынан субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.

Оҙонлоғо яҡынса 12 км, киңлеге 2-3 км, бейеклеге 616 м.

Бейеклеге 580—616 м тиклем булған 6 тау массивы айырылып тора.

Көньяҡ өлөшөндә һырттың үҙәге көнсығышҡа ҡарай шыуған. Көнбайыш битләүе текә, таш һибелмәләре бар, көнсығышы — һөҙәк. Төньяҡ өлөшө күп биләндәр һәм уйпатлыҡтар м‑н ҡатмарланған.

Һырттың тау тоҡомдары өҫкө рифей ҡомташтары, инйәр свитаһы алевролиты һәм минйәр свитаһы доломитынан тора.

Бискур, Ҡушйылға, йылғалары һәм Таҡаты.йылғаһы ҡушылдыҡтары унан баш ала.

Ландшафттары — һоро урман тупрағында киң япраҡлы урмандарҙан (йүкә, саған һ. б.) тора.

Туризм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡырыбужан — «Еҙем балдағы» атлы-һыу туризмы маршрутының өлөшө булып тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 732-се бит
  3. Словарь топонимов Башкирской АССР. Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге — Уфа, 1980, — 200 бит
  4. .Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 181-се бит
  5. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 732-се бит

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Урал// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 27-се т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.