Эстәлеккә күсергә

Ҡырым мәҙәниәт, сәнғәт һәм туризм университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡырым мәҙәниәт, сәнғәт һәм туризм университеты
Нигеҙләү датаһы 1948
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы КУКИиТ
Ректор Валерий Анатольевич Горенкин[d]
Дәүләт  Украина[1]
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Симферополь
Урынлашҡан урамы Киевская улица[d]
Адрес Симферополь, ул.Киевская, 39
Рәсми сайт kukiit.ru[1]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Крымского университета культуры, искусств и туризма[d]
Карта

Ҡырым мәҙәниәт, сәнғәт һәм туризм университеты (КУКИиТ) — Симферополдәге юғары уҡыу йорто, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә белгестәр әҙерләүҙе тормошҡа ашыра.

Университет тарихы 1948 йылдан, Ҡырым мәҙәни-ағартыу мәктәбе ойошторолғандан башлана. Ун йылдан һуң ул Ҡырым мәҙәниәт училищеһы һәм Симферополь китапхана техникумы менән берләштерелә. 1966 йылда уҡыу йорто Ҡырым өлкә мәҙәни-ағартыу училищеһы итеп үҙгәртелә. 1990 йылда уҡыу йорто Ҡырым мәҙәниәт училищеһы тип атала башлай. 2002 йылда уның базаһында Киев мәҙәниәт һәм сәнғәт милли университетының Ҡырым факультеты ойошторола[2][3].

Ҡырым Автономиялы Республикаһы Министрҙар советының 2004 йылдағы 390 һанлы ҡарарына ярашлы, уҡыу йорто Ҡырым мәҙәниәт, сәнғәт һәм туризм университеты тип үҙгәртелә[2].

Ҡырым Рәсәйгә ҡушылғандан һуң университет бөтөрөлә һәм Рәсәй, юрисдикцияһында ҡабаттанн асыла[4]. 2017—2018 йылдарҙа алып барылған ремонт эштәре барышында Ҡырым Республикаһының Финанстарҙы күҙәтеү хеҙмәте башҡарылған эштәрҙе ҡабул итеү акттарында подрядсы эшләмәгән эштәрҙең дә индерелеүен асыҡлай. Һөҙөмтәлә Ҡырым университеты бюджетҡа 223 мең һум аҡсаны кире ҡайтара[5]. 2019 йыла Рособрнадзор университетҡа «Һынлы һәм ҡулланма сәнғәт төрҙәре» йүнәлеше буйынса магистратураға дәүләт аккредитацияһын оҙайтмай[6].

  • Андронов Ирина Федоровна (2001—2010)[3]
  • Габриелян Олег Аршавирович (2010—2015)
  • Горенкин Валерий Анатольевич (2015)[7]

2020 йылға ҡарата университет структураһы[8]:

  • Театр колледжы;
  • Сәнғәт факультеты;
  • Художестволы ижад факультеты;
  • Социомәҙәни эшмәкәрлек факультеты.

Матди-техник база

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университеттың дүрт корпусы, китапханһы, ике тамаша залы, ике тренажер һәм спорт залы, тауыш яҙҙырыу студияһы бар[3]. 2015 йылда Ҡырым Республикаһының Минитсрҙар Советы университетҡа Пушкин урамы / Горький урамы, 15/10 адресы буйынса урынлашҡан М. Горький исемендәге Ҡырым академия театрының бинаһын бирә[9]. 2020 йылда университеттың уҡыу аудиториялары элекке Дворяндар йыйылышы бинаһына күсә. Бының өсөн архитектура ҡомартҡыһы булған бинала өс йыл реставрация үткәрелә, бина уҡыу өсөн ҡулайлаштырыла[10].

Университеттың төп проблемаларының береһе булып ятаҡ булмауы тора[11].

  1. 1,0 1,1 https://figshare.com/articles/_/7738979 — 2019-02-17 — 2019. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.7738979
  2. 2,0 2,1 О. Безгін. Становлення закладів освіти театрального та кіно-телемистецтва в Україні: історичний нарис // Культурологічна думка, 2012
  3. 3,0 3,1 3,2 Кримський університет культури мистецтв і туризму | Енциклопедія Сучасної України. Дата обращения: 17 июль 2020.
  4. Крымский университет культуры стал жертвой аннексии. Студенты готовы к акциям протеста. Дата обращения: 17 июль 2020.
  5. Крымский университет культуры возместил в бюджет республики 223 тысячи рублей. Дата обращения: 17 июль 2020.
  6. Крымский университет культуры исправит замечания и повторно подаст заявку на аккредитацию. Дата обращения: 17 июль 2020.
  7. Крымский университет культуры получил нового ректора. Дата обращения: 17 июль 2020.
  8. Структура и органы управления. Дата обращения: 17 июль 2020.
  9. Университет культуры в Крыму получил одно из зданий Крымского академического русского драматического театра. Дата обращения: 17 июль 2020. 2020 йыл 17 июль архивланған.
  10. В Симферополе после реставрации открыли Дом дворянского собрания. Дата обращения: 12 ноябрь 2020. 2020 йыл 16 ноябрь архивланған.
  11. Пидплая Власта. Высшее образование в Крыму: как выбрать вуз и поступить (30 апрель 2019).