Эстәлеккә күсергә

Ҡытай халыҡ дине

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡытай халыҡ дине
Рәсем
 Ҡытай халыҡ дине Викимилектә

Ҡытай халыҡ дине (трад. 中國民間信仰, ябай. 中国民间信仰, пиньинь mínjiān Zhōngguó xìnyăng, палл. Чжунго миньцзянь синьян) йәки шэнизм (ҡыт. , пиньинь: shén, палл.: шэнь «алла, рух») — Ҡытай цивилизацияһының тарихи үҫеше барышында барлыҡҡа килгән дини күҙллауҙар комплексы. Тәү сиратта, ата-бабаларыҙы ихтирам итеүгә һәм тәбиғәт көстәренә, изге һәм яуыз рухтарға, шулай уҡ йәмғиәткә һәм хакимдарға йоғонто яһаған Күк көсөнә нигеҙләнгән дини инаныуҙар һәм практикаларҙың эклектик берлеге. Төрлө сығанаҡтарҙан барлыҡҡа килгән бик күп төбәк формаларға эйә; яҡынса XI быуат тирәһендә карма һәм ҡабаттан тыуыу, шулай уҡ аллаларҙың иерархияһы тураһында дао тәғлимәтенә нигеҙләнгән синкретизм, барлыҡҡа килә. Барлыҡ Ҡытай дини күҙаллауҙар үҙәге булып дүрт төп төшөнсә тора[1]:

  1. Күк (ҡыт. , пиньинь: tiān, палл.: тянь) — әхлаҡ мәғәнәләре сығанағы, йыһан резонаторы, кешелектең тәртибен баһалай һәм уға билдә ебәрә;
  2. Ци (ҡыт. трад. , упр. , пиньинь: , палл.: ци) — пневма-эфир, йыһан энергияһы һәм ижад көсө;
  3. Ата-бабаларҙы хөрмәтләү (ҡыт. 敬祖, пиньинь: jìngzǔ, палл.: цзинцзу);
  4. Ҡылған ғәмәлдәр өсөн хаҡ (ҡыт. трад. 報應, упр. 报应, пиньинь: bàoyìng, палл.: баоин).

Ҡытай халыҡ дине властар тыныс ҡабул иткән һәм дин тотоусылар ғәмәлдәге режимға лояль ҡарашта булғанда урындағы күп һанлы ауыл, клан, ғаилә тәғлимәттәре һәм секталар булараҡ ойошҡан. XI быуаттан алып баш ҡала властары урындағы культтарҙың — аллаларҙың, заттарҙың, изгеләрҙең һәм уларҙың «мөғжизәле» ғәмәлдәрен иҫәпкә алып барған. Исемлектәр император йолалары ведомствоһына тапшырылған һәм унда дөйөм дәүләт әһәмиәтендәге аллалар асыҡланған. Урындарҙағы әһәмиәтле культтарҙы «батша» йәки «хаким» дәрәжәһенә күтәреп, улар хөрмәтенә баш ҡалала миһрап йәки ғибәҙәтхана төҙөлә[2]. 1911 йылда монархия ҡолағандан һуң республика властары киң халыҡ массаларына заманса ҡиммәттәрҙе һеңдереү аша традицион ҡиммәттәр менән көрәшеп ҡарай. 1949 йылда Ҡытай Халыҡ Республикаһы ойошторолғандан һуң әленән-әле «феодаль ҡалдыҡтар» һәм "хөрәфәт"тәр, шул иҫәптән дингә ҡаршы көрәш кампаниялары үткәрелә. XX быуаттың икенсе яртыһынан ҡайһы бер традицион ҡараштарға нигеҙләнгән синкретик секталар материк Ҡытайҙа һәм Тайвандә киң тарала, күп осраҡта властар уларҙы Ҡытайҙың традицион мәҙәниәтен һаҡлау механизмы булараҡ ҡарай[3].

Дини практика культы һәм формаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Адам Юэт Чау Ҡытай динен «яһауҙың» биш стилен һәм модаллеген билдәләй: -Дискурсив-библиялы: үҙенә хеҙмәттәрҙе, өгөт-нәсихәттерҙе, текстарҙы яттан һөйләүҙе (классика, дао яҙмалары һәм әхлаҡ китаптары);
-Шәхси камиллашыу режимы: төрлө практикалар аша «үлемһеҙ» һәм «ысын кеше» булыу өсөн үҙеңде трансформациялау;
-Литургия; ғөрөф-ғәҙәттәр буйынса белгестәр үткәргән ҡатмарлы ритуал ғәмәлдәренә нигеҙләнә;
-Ғәмәли өлөш; ябай ғәмәлдәр ярҙамында тиҙ арала һөҙөмтәгә өлгәшеү;
-Реляция: кешеләр менән аллалар һәм кешеләрҙең үҙ-ара тоғролоҡло мөнәсәбәте.

  • Даосизм
  • Ҡытай мифологияһы
  • Ата-бабалар культы
  • Ҡытайҙа дин
  • Төп динде тотоусылар һаны
  1. Fan, Lizhu; Chen, Na (2015). «The Religiousness of „Confucianism“ and the Revival of Confucian Religion in China Today». Cultural Diversity in China. De Gruyter Open (1): 27-43. doi:10.1515/cdc-2015-0005. ISSN 2353-7795.
  2. Кравцова, 2004
  3. Ошибка: не задан параметр |заглавие= в шаблоне {{публикация}} // Ошибка: не задан параметр |издание= в шаблоне {{публикация}}.
урыҫ телендә
башҡа телдәрҙә