Ҡыҙғатау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙғатау

Самец в брачном наряде
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Limosa limosa (Linnaeus, 1758)

Ареал
изображение

     Оялау ареалы

     Ҡышлау ареал
Һаҡлау статусы
en:Near Threatened
Хәүефле хәлгә яҡын
IUCN 3.1 Near Threatened : 106003003

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  176691
NCBI  161680
EOL  18680

Ҡыҙғатау, ҡыҙмалтау, ҡыҙратау, ҡөҙрәттау (лат. Limosa limosa, рус. Большой веретенник) —— көйөлдөләр ғаиләһенә ҡараған оҙон аяҡлы, ҡара һоро төҫлө һаҙ ҡошо[1].

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйрәктән байтаҡ бәләкәй. Оҙон суҡышлы һаҙ ҡошо. Дөйөм төҫө көрәнһыу ерән. Һыртында уҡ башағына оҡшаған таптар бар. Кәүҙәһенең аҫ яғы түшенән алып ҡойроҡ төбөнә тиклем арҡыры ҡара һыҙыҡлы. Ҡанаттары һоро, ҡойроҡ төбө аҡ.- Суҡышының осо ҡыҙғылт, төбө ҡара, аяҡтары ла ҡара. Тәтелдәүестән һыҙыҡлы ҡорһағы, ҡара аяҡтары менән айырыла.

Тауышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тауышы яңғырауыҡлы: «тауҡыҙрат», ҡабатланғанда «ҡыҙрат-тау-ҡыҙраттау» һымаҡ ишетелә; күберәк яңғырауыҡлы: «уит-уит-уит».

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

һаҙлыҡ, күтерлектәрҙә йәшәй. Балыҡ, һыу бөжәктәре, ҡусҡарҙар менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ерҙә. һорғолт көрән таплы 3—4 бөртөк һарғылт һоро йомортҡаһы була.

Фотогалерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ № 3478 28.693.35 И 90