Үләндекүл
Үләндекүл | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Үләндекүл[1][2] (русса Уляндекуль[2][3]) — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының төньяҡ-көнсығышында, Худолаз һәм Оло Ҡыҙыл йылғалары араһындағы тымыҡ күл[1][2]. Кусей[4] һәм Моҡас[5] ауыл Советтарының сиге буйында, 1-се Төрөкмән ауылынан 9 км төньяҡта-көнсығышта[6], диңгеҙ кимәленән 415,4 м бейеклектә урынлашҡан. Үлән менән ҡапланыу янай. Көнсығыш һәм көньяҡ ярҙары һаҙлыҡлы[1]. Исеме башҡорт телендәге — «үләнле һәм күл һүҙҙәренән алынған, үлән баҫҡан күл» тигәнде аңлата.
Оҙонлоғо — яҡынса 1,8 км[7], уртаса киңлеге — 600 м-ға тиклем, максималь тәрәнлеге — 3 м самаһы.
Күлдә һыу кимәле тирбәлеше ҙур амплитудалы, сөнки Үләнлекүл ҡоро климатлы дала зонаһында урынлашҡан[8].
Күл тектоник сығышлы; соҡоро оҙонса, субмеридиональ һуҙылған. Яуым-төшөм менән туҡлана. Яр буйы күл ҡамышы, күрән, тар япраҡлы екән, ғәҙәти ҡамыш һәм башҡа үҫемлектәр менән ҡапланған. Күлдә табан балыҡ бар. Ҡырағай ҡаҙҙар, өйрәктәр, торналар, аҡҡоштар күлдә туҡтайҙар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Лист карты N-40-118 Сибай. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1980 г.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Ҡалып:СГН
- ↑ Словарь топонимов Республики Башкортостан / сост.: А. А. Камалов, Р. З. Шакуров, З. Г. Ураксин, М. Ф. Хисматов. — Уфа : Китап, 2002. — С. 210. — 5000 экз. — ISBN 5-295-03192-6.
- ↑ Ҡалып:ГИС
- ↑ Ҡалып:ГИС
- ↑ Ҡалып:ГИС
- ↑ Баймакская энциклопедия . Дата обращения: 25 март 2019.
- ↑ Гильманова, Галия Рафаиловна. Ландшафтно-экологическая характеристика степей равнинного Башкирского Зауралья : диссертация... кандидата биологических наук : 03.00.16. — Уфа, 2004. — С. 44