Эстәлеккә күсергә

Үтек музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үтек музейы
Нигеҙләү датаһы 2002
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Переславль-Залесский[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Ярославская область/Переславль-Залесский[d]
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Указания, как добраться Советская улица, 10
Карта
 Үтек музейы Викимилектә


Үтек музейы — Переславль-Залесский ҡалаһында шәхси эшҡыуар Андрей Воробьевтың музейы, ул көнкүреш үтеге тарихына бағышланған.

1999 йылдың декабрендә[1] эшҡыуар Андрей Воробьев (1995 йылда[2] үҙенең антиквар магазинын асыусы) 1,5 мең долларғаиПереславль ҡалаһы үҙәгендә торған, янғындан изарарланған ике ҡатлы йорт һатып ала, адресы — Переславль ҡалаһы, Совет урамы, 11-се йорт, элек бында коммуналь фатирҙар булған. Инженер-төҙөүсе Абрашкин Борис Кузьмич (Воробьевтың туғаны һәм музейҙың техник директоры) бинаны ремонтлау һәм ер участкаларын хосусилаштырыу өсөн рөхсәт ала[3].

Ремонт эштәре өс йыл дауам итә, бының өсөн 30 мең доллар аҡса сарыф ителә һәм биналарҙы ремонтлана. Шул тиклем үк аҡса үтектәр эҙләп табып, һатып алыуға китә[4]. 2002 йылдың 29 июнендә музей асыла[5]. Үтектәрҙең күпселек өлөшөн Мәскәү ҡалаһының Измайлово вернисажында һатып алына[1]. Ҡайһы бер ҡыҙыҡлы экспонаттар сүплектә табылған[6].

2002—2004 йылдарҙа музейға инеү бушлай була[2][6][7]. 2006 йылда музейға инеү бушлай була, әммә махсус йәшниктә аҡса ҡалдырырға мөмкин була[8]. Һуңынан музейға инеү түләүле булып китә[9].

Әммә «төп килем» (70 процент самаһы) музейға килеүселәрҙең музейҙа үтек һатып алыуынан килә (үтектәр 100 һумдан 10 мең һумға тиклем һатып алына). Килемдең өстән ике өлөшө йәйге туристик миҙгелгә, май-сентябрь айҙарына тура килә[10]. Бер ярым-ике йыл эсендә музейға тотолған аҡса тулыһынса үҙен-үҙе ҡаплай һәм табыш килтерә. Йәй айҙарында музейҙың килеме айына 70-100 мең һум тәшкил итә[4].

Музей аша ай һайын 1,2 мең кеше[4] үтә. Шуларҙың 95 % Мәскәүҙән, ҡалғандары — Рәсәйҙең башҡа ҡалаларынан һәм башҡа илдәрҙән килгән туристар[10].

Переславль-Залесский, Совет урамы, 11-се йорт. Музей бинаһы. Үтек музейы 2002 йылдың 29 июненән алып эшләй. Музейҙың хужаһы - Воробьев Андрей Николаевич, ул 1999 йылдың декабрендә бында ярым янған бина һатып алған.

Андрей Воробьев Һәм Дмитрий Никишкин 2003 йылдың июлендә асылған Переславль янындағы Веськово ауылында Үтек музейы аҡсаһына Сәйнүк музейы аса. Сәйнүк музейы йәй айҙарында айына 50-70 мең һум килем килтерә. Воробьев өсөн ике шәхси музей — мауығыу түгел, ә бизнесының төп килеме[4].

Үтек музейы коллекциялары Переславль ҡалаһы менән бер ниндәй ҙә бәйләнештә түгел[11].

Музей коллекциялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Музей коллекцияһында 200-ҙән ашыу үтек бар[12].

Музейҙың беренсе ҡатында сувенирҙар магазин урынлашҡан, икенсе ҡатында — үтектәр. Үҙәк кәштә ете төп үтек типтарына арналған: 1)йылытҡыслы, 2) уртаһы суйын йылытҡыслы, 3) күмер үтеге, 4) пар үтеге, 5) спирт үтеге, 6) газ үтеге, 7) электр үтеге[3].

Бер нисә тапҡыр йылына музейҙа Үтек байрамы үтә, унда һәр кеше үтекте эштә һынап ҡарай ала[13].

Музеолог, сәнғәт ғилеме докторы Лебедев Алексей Валентинович әйтеүенсә, үтек музейы үтек магазины булып тора, бында «музей» һүҙе реклама өсөн ҡулланыла[14].

  1. 1,0 1,1 Золотое кольцо, 2002, 25 июня.
  2. 2,0 2,1 Независимая газета, 2004, 12 апреля.
  3. 3,0 3,1 Торговая газета. 30 июня 2006 года.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Секрет фирмы. 23 июня 2008 года.
  5. Работница. 30 августа 2007 года.
  6. 6,0 6,1 Время МН, 6 февраля 2003 года.
  7. Российская газета. 26 июля 2002 года.
  8. Крестьянка, май 2006 года.
  9. Форум «Автопутешествия по России»
  10. 10,0 10,1 Юрий Москаев. Частные ценности // Коммерсантъ-ДЕНЬГИ. 15 марта 2004 года.
  11. Новые известия. 27 июля 2011 года.
  12. Московский комсомолец. 24 июля 2004 года.
  13. Русский век, декабрь 2008 года.
  14. Лебедев, А. В. В каком направлении будут развиваться музеи? Интервью // Iron magazine 2021 йыл 26 ғинуар архивланған.. 2016.