Эстәлеккә күсергә

Үтәнеш

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үтәнеш
Характеристики
Оҙонлоғо9,5 км
Киңлеге9 км
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге602 м
Урынлашыуы
53°12′10″ с. ш. 56°08′43″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
[[административ бүленеше Рәсәй|Район]]Мәләүез районы
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Үтәнеш
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Үтәнеш

ҮтәнешКөньяҡ Уралдағы тау һырты. Башҡортостандың Мәләүез районында урынлашҡан.[1]

Үтәнеш һырты тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үтәнеш һырты Башҡортостандың Мәләүез районында урынлашҡан Башҡорт (Көньяҡ) Урал һырттарына ҡарай.

Һырт Нөгөш һәм Ағиҙел араһында меридиан буйлап һуҙылған. Үтәнеш тауы төньяҡ һәм көньяҡ өлөштәрҙән тора. Төньяҡ өлөшөнөң оҙонлоғо яҡынса 9,5 км, көньяҡ өлөшөнөң — 9 км, киңлектәре яҡынса төнбяҡ өлөшө3,5 һәм көньяҡ өлөшө 3,5—4 км. Тауҙың абсолют бейеклеге — 602 м, 415— 602 метрға еткән ете түбәһе бар. Тау түбәләре яҫы, ә тау битләүҙәре текә. Тауҙың көньяҡ өлөшөндәге ҡалдыҡ тауҙар бар, Ағиҙел йылғаһы яры текә ишелмәле.

Тау тоҡомо вендтың әшә свитаһы ҡомташтарынан, алевролиттарынан, балсыҡлы һәүерташтарҙан тора.

Тау һырты битләүҙәре Уғоя, Үтәш (Нөгөш ҡушылдыҡтары) һәм Ҡарамалы, Ҡыҙылъяр, Һарғай (Ағиҙел ҡушылдыҡтары) йылғаларына башланғыс бирә.

Ландшафы төрлөсә, һоро урман тупрағы менән ҡапланған төньяҡ өлөшөндә киң япраҡлы ағастар урманы үҫә. Тауҙың көньяҡ өлөшө һоро тау‑урман һәм кәҫле көлһыу тупраҡтарҙағы йүкә, имән, саған ҡатыш дала үләнле үҫкән киң япраҡлы урмандарҙан тора.

Үтәнеш һырты Башҡортостан" милли паркы биләмәһендә урынлашҡан.