Үҙәк пляж (Таганрог)
Иҫтәлекле урын | |
Үҙәк пляж (Таганрог)
Үҙәк пляж | |
Таганрогта XX быуаттың беренсе яртыһында Үҙәк пляж | |
Ил | Рәсәй |
Ҡала | Таганрог |
Нигеҙләнгән | 25 май 1934 йыл |
Төҙөлөшө | 1920 йылдар—1930 йылдар йылдар |
Бөгөнгө хәле | реставрациялауға һәм төҙөкләндереүгә мохтаж |
Таганрогтың Үҙәк пляжы — 1934 йылда асылған, ҡаланың иң оло пляжы[1]. Ростов өлкәһе Таганрог ҡалалһының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920 йылдар һуңында һәм 1930 йылдар башында ҡаланың үҙәк пляжы төҙөлә. 1934 йылдың 25 майында тантаналы рәүештә рәсми асыла. Пляж Таганрог торлаҡ берлегенә ҡарай һәм уның территорияһына инең түләүле була. Һуғыш тамамланғандан һуң, уҙған быуаттың 40-сы йылдарында ала пляжынтөҙөкләндереү буйынса әүҙем эш алып барыла. 1962 йылда бик күп ғәмәлдәр башҡарыла. Текә яр аҫтына бейеклеге 2,5 метр, оҙонлоғо 360 метр булған терәк диуар эшләнә. Солярий, медпункт, буфет, һаҡлау камералары өсөн киңлеге 10 метрлыҡ террасалар эшләнә. Ҡуйылған тенттар, эскәмйәләр, күләгәнән йәшенеү өсөн урынлаштырылған "бәшмәк"тәр һаны арта. Ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртыла. 1980 йылдарҙа пляжға төшөү урынында автотуҡталҡа эшләнә. Сауҙа павильоны һәм газлы һыуҙар автоматы эшләй башлай. Пляжда балалар ҡаласығы, спорт майҙансығы һәм прокат пункты асыла.
2014 йылда ғәрәсәт һөҙөмтәһендә пляж зыян күрә. 2015 йылдың июлендә Ростов өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы Василий Голубев уны тәртипкә килтерергә бойора. "Үҙәк пляж"ды шул уҡ йылда авария-хәүефле зона тип танып, уны ҡоймалап, бөтә территория буйынса тейешле мәғлүмәт табличкалары урынлаштырыла[2]. 2016 йыл мәғлүмәттәренә ярашлы, пляж "Төҙөкләндереү" муниципаль бюджет учреждениеһы ҡармағында. Әммә был осорға уны төҙөкләндереү буйынса бюджет аҡсаһы ҡаралмаған[3].