Үҙәк ҡала дауаханаһы бинаһы (Аҙау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Үҙәк ҡала дауаханаһы бинаһы
Нигеҙләү датаһы 1890
Дәүләт Flag of the Russian Empire (black-yellow-white).svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Аҙау
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]

Үҙәк ҡала дауаханаһы бинаһыРостов өлкәһенең Аҙау ҡалаһында Измайлов урамындағы иҫтәлекле урын[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1890 йылдар аҙағында Аҙау ҡала Думаһы инженер Соколов проектына ярашлы дауахана төҙөргә ҡарар итте тигән мәғлүмәт барлыҡҡа килә. Төҙөлөш менән сауҙагәр Сыроватский етәкселек итә. Ваҡыт үтеү менән идея тормошҡа аша һәм ҡала ситендә ике дауахана бинаһы барлыҡҡа килә. Дауаханала дауаланыу мөмкинлеге алыу өсөн аҡса түләргә кәрәк була, әммә шулай уҡ ташламалар ҙа була — мәҫәлән, дауаханала 5 койкалыҡ урын бушлай була, дауалау сараһына аҡса Семенкина мираҫынан килә. Ул үҙенең васыятнәмәһендә койкалар һанын күрһәтеп, улар өсөн йылына 5 мең аҡса тотоноуҙы яҙған. Аҙауҙа табиптар күп булмаған һәм тарихта уларҙың икәүһе тураһында ғына билдәле: улар Фабиан Натанович Гувари һәм Кравцов Александр Александрович[1].

XIX быуат аҙағында дауахана 20 койкаға иҫәпләнгән ҙур булмаған бинала урынлаша. Бынан тыш, дауаханала ауырыуҙарҙы амбулатор ҡабул итеү үткәрелгән. 1911 йылға ҡарата Аҙау дауаханаһы бинаһында 5 ҡатын-ҡыҙҙар палатаһы, 10 ирҙәр палатаһы була, ә 1940 йылдарҙа хәрби госпиталь урынлаша. Һуғыш тамамланғандан һуң, табиптарға ауырыу янына барыу мөмкинлеге һәм пациенттарҙы дауаханаға алып килеү өсөн учреждение ҡарамағына бер нисә ат һәм арба бирелә. 1955 йылдың сентябрендә үҙаллы учреждение була, ул 135 койканы һыйҙыра ала. Дауахана составына хирургия, терапия, бала табыу һәм балалар бүлеге инә. 1956 йылдан хирургия бүлеге мөдире булып Кондауров Василий Михайлович тора, 1977 йылдан ул РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы[2].

1956 йылда ҡала дауаханаһы ихтыяждары өсөн санитар автомашина бүленә, беренсе тиҙ ярҙам пункты асыла. 1960 йылда дауахана заманса учреждение була. Уның клиник лабораториялары, физиотерапия бүлеге, рентген-кабинеты була. Балалар поликлиникаһы бүлеге, табип һәм фельдшер пункттары эшләй. Әлеге ваҡытта был бинаны ашығыс ярҙам бүлеге, кардиология бүлеге һәм туберкулезға ҡаршы диспансер биләй[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]