Эстәлеккә күсергә

Үҙән һыуһаҡлағысы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үҙән һыуһаҡлағысы
Рәсем
Бассейн майҙаны 353 км²
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы, Белорет районы һәм Үҙән
Оҙонлоҡ 2,3 km
Киңлек 0,4 km
Вертикаль тәрәнлеге 4,5 метр
Күләме 4 000 000 м³
Карта

Үҙән һыуһаҡлағысыБашҡортостан Республикаһы Белорет районы Үҙән ауылы эргәһендәге яһалма һыуһаҡлағыс.Үҙән йылғаһының йырҙаһында (Төньяҡ Үҙән, Ҡоро Үҙән йылғаһы) төҙөлгән.

Плотинаның һыу ағыҙыу ҡапҡаһы йылға тамағынан 47,8 саҡрым алыҫлыҡта, Белорет районының Үҙән ауылы эргәһендә урынлашҡан.

-Йылғаның һыу йыйыу майҙаны: 353,0 км2 (бассейндың 99%),

-уртаса йыллыҡ һыу килем күләме: 861,0 миллион куб.м.,

-һыуһаҡлағыстың тулы күләме: - 4,0 миллион куб.м,

-файҙалы күләме:3,8 млн. м3;

-быуа йөҙөнөң майҙаны:0,9 км2,

- оҙонлоғо: 2,3 км

-уртаса киңлеге: 0,4 км (0,5 саҡрым),

-уртаса тәрәнлек: 4,5 метр ( иң тәрән сағында 11,0 м).

-Һыуының торошо: Таҙа һәм үтә күренмәле

-Һыу менән тәьмин итеү сығанаҡтары: Үҙән йылғаһы

-Ағып  сығыусы йылғалар: Үҙән йылғаһы

- Дөйөм vайҙаны: 0,9км2

-Һыу ятҡылығының сығышы: Яһалма

-Төбө: Ҡомташлы, көнсығыш өлөшөндә ташлы

-Һыуһаҡланыста ихтиофауна: табан балыҡ, бәрҙе, аҡ сабаҡ, ялтыр сабаҡ, ротан, ҡомой, уҡбаш,

-Координаталары: Широта: 53°41′44″N (53.695628) Долгота: 57°52′16″E (57.871052)

Ярындағы торама пункттар: Үҙән ауылы

Гидроузел составы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

-Ябыҡ плотина,

-тупраҡтан өйөп һалынған плотина:оҙонлоғо 284 м, өҫкө һырты буйынса киңлеге 10 м, иң ҙур бейеклеге 14 м;

-өс йыйылма тимер-бетон торбанан торған һыу ебәргес ҡоролмаһы: диаметры 2,0 × 2,5 м, оҙонлоғо 74 м;

-йыйылма торбаларҙан автоматик алым менән эшләүсе ташҡын ағыҙғысы: 2,5×2,0 м диаметрлы, 8,6 м бейеклектәге, оҙонлоғо 19,5 м, киңлеге 5,0 м;

-һыу төбөндәге һыу сығарғыс аҫҡы торба:диаметры 1,0 метр, оҙонлоғо 112,5 метр.

-Тәғәйенләнеше: Ағымды миҙгелле көйләү, электр энергияһы етештереү. Шулай уҡ рекреация өсөн файҙаланыла.

Гидроэлектростанцияның ҡеүәте 75 кВт/ч. Һыуы сөсө.

Үҙән заводын һыу менән тәьмин итеү өсөн 18 быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән. 1985 йылда емерелгән. 1998 йылда реконструкцияланған.

Үҙән йылғаһында быуа XVIII быуат уртаһында Үҙән заводының (1777 йылда Евдоким Демидов тарфынан төҙөтөлгән завод) етештереү процестарын хеҙмәтләндереү өсөн ойошторолған. Ул Башҡортостандың Белорет районында Үҙән ауылы үҙәгендә төҙөлә.

1985 йылда быуа ташҡын мәлендә емерелә. 1998 йылда элекке урынында яңынан тергеҙәләр.

Быуа менән тандемда Үҙән МГЭС-ы эшләй (Узянская малая гидроэлектростанция). 1953 йылда файҙаланыуға тапшырылған.

2002 йылда Башҡортостан Президенты Рахимов М.Ғ. инициативаһы менән завод быуаһында был Бәләкәй Үҙән ГЭС-ы ла тергеҙелә.

Үҙән гидроэлектростанцияһының ҡеүәте - 50 кВт.

Көнбайыштан көнсығышҡа табан һуҙылған. Оҙонлоғо 2,3 саҡрымға етә, ә киңлеге 0,5 саҡрым сиктәрендә тирбәлә. Быуаның плотинаһы һыу ятҡылығының төньяҡ-көнбайыш осона тура килә.

Дамба янындағы ярҙар (төньяғы һәм көньяҡ-көнбайышы) тораҡ йорттар һәм хужалыҡ ҡаралтылары, шулай уҡ баҡсалар менән мәшғүл.

Болондарында мал көтөлә. Һыу һаҡлағысында балыҡ үрсетеү өсөн шарттар булдырылған. Бағыр һәм мәрсен балыҡтарын үрсетеү буйынса махсус комплекслы бассейн хужалығы бар.

Төньяҡ-көнбайыш яҡтан плотина эргәһенән 80К-026 Стәрлетамаҡ - Белорет - Магнитогорск автомобиль юлы үтә.

Убалы көньяҡ яр буйында асыҡ ландшафт өҫтәнлөк итә. Төньяғындағы ташлы яр буйында ылыҫлы урман менән ҡапланған бер нисә тау күтәрелә.