Һалым ставкаһы
Уҡыу көйләүҙәре
Һалым ставкаһы (һалым һалыу нормаһы) — һалым базаһы берәмегенә тәғәйен булған һалым дәүмәле. Һалымдың мотлаҡ элементтарының береһе булып тора.
Һалым ставкаһы һалым түләүсенең килеменә ҡарата проценттарҙа сағылдырылһа, уны ғәҙәттә һалым квотаһы тип атайҙар.
Төп төрҙәре:
- Тотороҡло ставкалар — һалым һалынған объект берәмегенә (ҡайһы берҙә тотош объектҡа) һалым базаһы дәүмәленә ҡарамайынса абсолют суммала билдәләнәләр.
- Процентлы ставкалар, түбәндәгеләргә бүленәләр:
- Нисбәтле (адвалор) ставкалар — һалым базаһына ҡарата уның дәүмәлен иҫәпкә алмайынса бер төрлө процент менән эшләйҙәр.
- Прогрессив ставкалар — һалым базаһы ҙурайған һайын үҫә баралар.
- Регрессив ставкалар — һалым базаһы бәләкәйләнгән һайын үҫә баралар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Министерство финансов Российской Федерации 2008 йыл 17 март архивланған.
- Федеральная налоговая служба 2008 йыл 8 март архивланған.
- О ставках налогообложения транспортных средств 2010 йыл 26 июнь архивланған.