Һарайғыр (ауыл)
Һарайғыр | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Һарайғыр ауыл биләмәһе[1] |
Административ-территориаль берәмек | Һарайғыр ауыл биләмәһе[1] |
Халыҡ һаны | 1471 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 461870 |
Һарайғыр — ауыл, Ырымбур өлкәһе Матвеевка районы, Һарайғыр ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һарайғыр ауылы район үҙәге Матвеевканан төньяҡта-төньяҡ-көнбайыштараҡ, яҡынса 10 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға 1739 йылда Тамбов губернаһынан килгән крәҫтиәндәр нигеҙ һала. Ауыл тәүҙә беренсе булып күсеп килгән кеше исеме менән Михайловка тип йөрөтөлә. Һуңынан был исем үҙгәреп, Һарайғыр тип атала башлай. Риүәйәткә ярашлы, бер бай кеше ауыл янынан уҙып барғанда һаҙға эләгеп, аты шунда батып үлә. Бай Һарайғыр тигән атын ныҡ яратҡан була һәм ауыл халҡына күп аҡса биреп, атының исемен бирергә күндерә[3]. Был легенда шулай ҙа шик уята. Ихтимал, был хәл иртәрәк булып, күскенселәр инде Һарайғыр тип аталып йөрөгән ауыл еренә урынлашҡан булғандыр.
Атамаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың Һарайғыр атамаһы сығышы — зооним: башҡорт телендәге һары (төҫ) һәм айғыр тигән һүҙҙәрҙән яһалған ҡушма һүҙҙән килеп сыҡҡан[4]
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2002 йылдағы халыҡ иҫәбен 1839 кеше (урыҫтар 70 %)[5], 2010 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса 1471[6]..
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ https://galakaga.ucoz.ru/index/proektno_issledovatelskaja_rabota_obuchajushhikhsja/0-12 Тюркоизмы в топонимии Оренбургской области
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се, 2-се томдар
- ↑ Коряков Ю. Б. База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России»
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.