Һарайғыр ауыл биләмәһе
Һарайғыр ауыл биләмәһе | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәк | Һарайғыр (ауыл)[1] |
Административ-территориаль берәмек | Матвеевка районы |
Халыҡ һаны |
1741 кеше (2010)[2], 1701 кеше (2012)[3], 1676 кеше (2013)[4], 1623 кеше (2014)[5], 1613 кеше (2015)[6], 1579 кеше (2016)[7], 1552 кеше (2017)[8], 1531 кеше (2018)[9], 1476 кеше (2019)[10], 1423 кеше (2020)[11], 1394 кеше (2021)[12] |
Һарайғыр ауыл Советы — Ырымбур өлкәһе Матвеевка районы, Һарайғыр ауыл биләмәһе. Административ үҙәге — Һарайғыр ауылы.
Биләмә тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Һарайғыр йылғаһы буйында урынлашҡан. Уға 1739 йылда Тамбов губернаһынан килгән крәҫтиәндәр нигеҙ һалған. Башта тәүге күсенеп килеүсе исеме менән Михайловка ауылы тип аталған. Һуңынан был исем Һарайғыр тип үҙгәртелгән: риүәйәткә ярашлы, айғыр исеменән алынған. Мәгәр, ауылдың Һарайғыр йылғаһы буйында ултырғанын иҫәпкә алғанда, исем гидронимдан алынғанға оҡшай.
Ауыл ҙурая һәм унда 1803 йылда 2000-гә яҡын кеше йәшәй.
1892 йылда Һамар-Златоуст тимер юлы һалыныу менән 3 саҡрым алыҫлыҡта тимер юл вокзалы һәм тимер юл эшселәре өсөн бер нисә торлаҡ йорт төҙөлә. Һуңыраҡ вокзалдан алыҫ түгел ағайлы-энеле Яковлевтар 3-6 сорт он етештергән эре өс ҡатлы тирмән төҙөгәндәр.
1918—1920 йылдарҙа граждандар һуғышы ваҡытында Һарайғыр бик мөһим хәрби объект була, сөнки бында көнсығыш фронтына оҙатыр өсөн ғәскәр тупланған.
1962—1964 йылдарҙа урта мәктәп һәм үҙәк усадьбала интернат бинаһы төҙөлгән.
2005 йылдың 9 мартында Ырымбурҙың 1904/312-III номерлы законы[13] нигеҙендә Һарайғыр ауыл Советы ауыл биләмәһе төҙөлә, муниципаль берәмек сиктәре билдәләнә.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | ||||
---|---|---|---|---|
2010[14] | 2012[15] | 2013[16] | 2014[17] | 2015[18] |
1741 | ↘1701 | ↘1676 | ↘1623 | ↘1613 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ) — Росстат, 2013. — 528 с.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2017 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2017.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года (урыҫ) — М.: Росстат, 2018.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2019 года (урыҫ)
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2020 года (урыҫ)
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2021 года (урыҫ)
- ↑ Закон Оренбургской области от 9 марта 2005 г. N 1904/312-III-ОЗ О муниципальных образованиях в составе муниципального образования Матвеевский район Оренбургской области
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Район ауылы сайты 2021 йыл 21 ғинуар архивланған.