Һарытамаҡ турғай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Һарытамаҡ турғай
Һарытамаҡ турғай
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Emberiza hortulana Linnaeus, 1758

Һаҡлау статусы
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 149649
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   559883
NCBI   498208
EOL   1046741
Emberiza hortelano

Һарытамаҡ турғай (лат. Садовая овсянка, лат. Emberiza hortulana)— һоло турғайҙары ғаиләһенән ҡошсоҡ.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Турғай ҙурлыҡ. Яңғыҙ ҙа, парлашып та, күмәкләшеп тә йөрөйҙәр. Ерҙә сүпләнә. Ата ҡоштоң башы һәм түше аҡһыл һоро. Тамағында сағыу һары табы бар. Кәүҙәһенең ҡалған өлөшө көрән ҡауырһынлы. Арҡаһынан нәҙек өҙөк һыҙыҡтар үтә. Ҡара-көрән ҡойроғоноң ике яғында аҡ һыҙыҡтар бар. Инә ҡоштоң төҫө тоноғораҡ, түшендә буй һыҙыҡтар бар. һоло турғайынан тик тамағы һары булыуы менән айырыла.

Тауышы[үҙгәртергә]

Тауышы көсһөҙ генә: «сик-сик». һайрауы яңғырауыҡлы: «тййү-тййү-тййүррр».

Йәшәү рәүеше[үҙгәртергә]

йылға буйҙарында, һирәк ағаслы һәм ҡыуаҡлы асыҡ урындарҙа йәшәй. Бөжәктәр, үлән орлоҡтары менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ерҙә була. Ҡара таплы 4-6 бөртөк һорғолт аҡ йомортҡаһы була.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]