Һарыҡ ите
Уҡыу көйләүҙәре
Һарыҡ ите — ризыҡ өсөн ҡулланылған һарыҡ йәки бәрәндең ите. Йәш бәрәстән алынған ит «бәрән ите» тип атала.
Ҡурылған, бешерелгән, быҡтырылған, ыҫланған, киптерелгән һәм тоҙланған килеш бик күп ризыҡ төрҙәрен әҙерләүҙә ҡулланыла. Мәҫәлән, аштар: һурпа, шурпа, мошәүлә, боҙбаш һ.б.; икенсегә бирелгән ризыҡтарҙан: бишбармаҡ, былау, шешлек, манты, колбаса, тултырма, сосики, ҡурҙыҡ, форикол һәм башҡалар.
Һарыҡ ите һәр заманда ла диетик һәм үҙләштереүгә еңел ризыҡ һаналған.
Һарыҡ ите күсмә халыҡтар, төрөк, монгол, ғәрәп халыҡтарының йола ризығы булып ҡала. Иң ҡиммәтле (үҙенсәлекле еҫе юҡ, минераль матдәләр һәм витаминдарға бай) тоҡом тип «ҡалмыҡ тоҡомло» һарыҡтар һанала. Улар монгол ит һарыҡтары ҡушылмаһынан алынған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Raising sheep for mutton // US DoA, 1899
- The Connoisseur’s Guide to Meat, Jennie Milsom: «Lamb», pages 198—238
Һарыҡ ите Викияңылыҡтарҙа |
Был мәҡәләгә түбәндәгеләр етешмәй. Ошоларҙы төҙәтеп йә өҫтәп, һеҙ уны яҡшырта алаһығыҙ?: |