Һары сәпсек
Уҡыу көйләүҙәре
Жёлтая трясогузка | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Motacilla flava Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||
|
Һары сәпсек , һары кәмерсек(урыҫ.желтая трясогузка)- оҙон ҡойроғоң бәүелтеп йөрөүсе төҙөк кәүҙәле матур ҡош.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Турғайҙан бәләкәйерәк. Ағас ботаҡтарына ла ҡуна. Түбәһе, елкәһе һоро, арҡаһы йәш¬келт һоро. Ҡанаттары, ҡойроғо ҡара-көрән. Ҡанаттарын¬да киң генә ҡара һыҙыҡтар бар, ҡойроғоноң ике яҡ ситенән аҡ һыҙыҡтар үтә. Кәүҙәһенең аҫ яғы сағыу һары. Инә ҡоштарҙың төҫө тоноғораҡ. һарыбаш сәпсектән һоро түбәһе, ә тау сәпсегенән тамағында ҡара тап булмауы менән айырыла.
Тауышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауышы яңғырауыҡлы: «тсүйли».
Йәшәү рәүеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Еүеш болондарҙа, туғайҙарҙа, һаҙлыҡтарҙа йәшәй. Төрлө бө¬жәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң генә таралған. Ерҙә оялай. Ҡара һипкелле 5—6 бөртөк йәшкелт аҡ йо¬мортҡаһы була.