Һаумы!
Здравствуй! | |
Тип |
шәхси компания |
---|---|
Нигеҙләнгән | |
Нигеҙләүсе | |
Уранлашыуы |
Рәсәй Федерацияһы, Долгопрудный |
Төп фигуралар |
Евгения Белова |
Тармаҡ |
балаларға өҫтәмә белем биреү |
Килем |
▲ 6 млн һум (2015 йыл)[1] |
Сайт | |
«Һаумы!» балалар һауыҡтырыу үҙәге яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте — шәхси балалар һауыҡтырыу үҙәге, балаларҙы, шул иҫәптән сәләмәтлек мөмкинлектәре ДЦП диагнозы менән йә башҡа төрлө сикләнгән балаларҙы сыныҡтырыу, һауыҡтырыу һәм йәмғиәткә яраҡлаштырыу менән шөғөлләнә. 2012 йылда эшҡыуар Евгения Белова тарафынан Долгопрудный ҡалаһында асылған. «Беҙҙең киләсәк», «Яҡшылыҡ импульсы», «Мин — эшҡыуар» һәм башҡа Бөтә Рәсәй социаль эшҡыуарлыҡ конкурстары лауреаты.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үҙәкте төҙөү 2011 йылда Долгопрудный ҡалаһында Евгения Белова етәкселегендә башлана. Ул Мәскәү дәүләт сервис университетын «социаль-мәҙәни сервис һәм туризм» специальносы буйынса тамамлаған, унан һуң М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә идара итеү курсы үткән. Үҙәкте төҙөү өсөн ул ире менән фатирын залогҡа һала, машинаһын һата, банктан 500 мең һум кредит ала, икенсе бала өсөн бирелгән 30 мең һум әсәлек капиталын тотона. 2012 йылдың мартында ул "«Һаумы!» балалар һауыҡтырыу үҙәге"н теркәй һәм И. М. Сеченов исемендәге Мәскәү медицина академияһының һауыҡтырыусы дауалау бүлексәһе хеҙмәткәре табип Наталия Рыбакова менән берлектә ентекле бизнес-план эшләй (Рыбакова тиҙҙән мәрхүм була)[2].
2012 йылдың сентябрендә, 250 м² майҙанлы элекке келәт биналарын ҡуртымға алып, тулыһынса ремонтлап (ремонтҡа 4 миллион самаһы аҡса китә), «Һаумы!» балалар һауыҡтырыу үҙәген рәсми асыу тантанаһы була. Бизнесты үҫтереүгә компанияның шул уҡ 2012 йылда «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фондының Бөтә Рәсәй социаль эшҡыуарлыҡ конкурсында еңеү яулап, биш йылға 500 мең һумлыҡ процентһыҙ заем алыуы ла булышлыҡ итә[3]. Эште башлағас, тәүге йыл ярым эсендә меңдән ашыу сәләмәт бала һәм ике йөҙләп ДЦП-лы бала үҙәк клиенты була. 2013 йылдың октябрендә тышҡы рекламаны файҙаланыу арҡаһында килем, Белова һүҙҙәренән күренеүенсә, 1000 % самаһына арта — беренсе йыл зыянға тамамланһа, икенсеһе ҙур булмаған табыш килтерә[4].
2014 йылдың яҙында Евгения Белова «Яҡшылыҡ импульсы» Бөтә Рәсәй премияһына лайыҡ була («Социаль эшҡыуарлыҡты иң яҡшы кәүҙәләндергән өсөн» номинацияһында)[5], ул тағы ла «СКБ Контур» компанияһы менән «Рәсәй терәге» йәмәғәт ойошмаһы берлектә үткәргән «Мин — эшҡыуар» видеороликтар конкурсында еңә — 2000-ләгән тауыш йыя һәм 300 мең һумлыҡ грант ала[4]. Шунда уҡ ул Boomstarter сайтында Долгопрудный ҡалаһындағы «Салют» физкультура-һауыҡтырыу комплексында инклюзив уйын бүлмәһе ойоштороуға кәрәкле сумманы йыйыу өсөн краудфандинг йыйымы иғлан итә[6]. «Һаумы!» үҙәге Мәскәүҙә ҡәҙимге кешеләр менән мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһындағы кәртәләрҙе емереү маҡсатында үткәрелгән «Хыял иле» фестивалендә ҡатнаша[7].
Евгения Белова шулай уҡ Мәскәү өлкәһе йәмәғәт палатаһы ағзаһы булып тора, губернатор Андрей Воробьёв тарафынан ҡабул ителә — етәкселек Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла франшиза йәки филиал рәүешендә ошондай үҙәктәр асыуҙы планлаштыра. Белова әйтеүенсә, ике йыл эсендә бизнесҡа 10 миллион һум самаһы һалынған, проект тиҙ арала үҙ сығымдарын ҡаплауға сыҡҡан, ә әле 6 миллион һумлыҡ йыллыҡ табыш ала башлаған[1].
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Һаумы!» үҙәгенең бер нисә ҙур залы бар, уларҙа көн һайын имсәк сабыйҙар, мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм үҫмерҙәр менән күнекмәләр — тренингтар, семинарҙар, байрамдар үткәрелә. Һауыҡтырыу комплексында тағы ла бассейн, сауна, тоҙ мәмерйәһе, фитобар, массаж һәм психологик кабинеттар бар. Балалар менән йөҙөү буйынса профессиональ инструкторҙар, музыка һәм физкультура уҡытыусылары, дефектологтар, психологтар, логопедтар, невропатологтар, остеопаттар шөғөлләнә, кәрәк саҡта башҡа тармаҡ табиптары консультациялай[8].
Ойошма инклюзив белем биреү концепцияһы буйынса эш итә, унда һау балалар менән бергә ДЦП-лы, аутизмлы, Даун синдромлы, онкологик сирле һәм башҡа сырхауҙарҙан һәм зәғифлектән интеккән балалар, шул иҫәптән һуҡыр һәм һаңғырау балалар уҡытыла[9]. Белова һүҙҙәренсә, үҙәккә 500-ләп бала йөрөй, уларҙың 150-һе ауыр диагнозлы, ундай балаларға күрһәтелеүсе хеҙмәттәрҙең хаҡы күпкә түбән[2][1].
Үҙәккә Долгопрудныйҙан ғына түгел, шулай уҡ Мәскәү, Можайск, Яхрома, Икша, Лобня һәм башҡа яҡын-тирә балалары ла йөрөтөлә[8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Евгения Белова: «Я всегда говорю жизни “Да!”» . Бизнес России (декабрь 2014). Дата обращения: 17 май 2015. 2015 йыл 5 февраль архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 Иоланта Качаева. Нормальные люди: Евгения Белова . Московские новости (27 март 2013). Дата обращения: 17 май 2015. 2014 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ Детский оздоровительный центр «Здравствуй» . Беҙҙең киләсәк (фонд) (27 март 2013). Дата обращения: 17 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Мария Остроумова. «Здравствуй»: история создания успешного социального бизнеса . СКБ Контур (14 апрель 2014). Дата обращения: 17 май 2015.
- ↑ Лауреаты. Белова Евгения Михайловна . Яҡшылыҡ импульсы. Дата обращения: 17 май 2015.(недоступная ссылка)
- ↑ Создательница оздоровительно-развивающего центра «Здравствуй!» Евгения Белова запустила на Бумстартере краудфандинговый сбор . Беҙҙең киләсәк (фонд) (15 сентябрь 2014). Дата обращения: 17 май 2015.
- ↑ Фестиваль безграничных возможностей: о чем мечтают дети-инвалиды? Царьград ТВ (10 декабрь 2014). Дата обращения: 17 май 2015.
- ↑ 8,0 8,1 Юлия Гончарова. Здравствуй, это я! Московский комсомолец (26 март 2013). Дата обращения: 17 май 2015.
- ↑ Антон Толмачев. Общение без границ и барьеров . Вести-Москва (2 апрель 2014). Дата обращения: 17 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Здравствуй! 2015 йыл 20 май архивланған. — үҙәктең рәсми сайты