Һуғыш апофеозы
Һуғыш апофеозы | |
Нигеҙләү датаһы | 1871 |
---|---|
Урын | Дәүләт Третьяков галереяһы[d] |
Циклдың өлөшө булып тора | Төркөстан серияһы[d] |
Булдырыусы | Верещагин Василий Васильевич |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | майлы буяуҙар[d] һәм киндер[d] |
Һүрәтләнгән объект | баш һөйәге[d] |
Коллекцияләре | Дәүләт Третьяков галереяһы[d] |
Инвентарный номер | 183 |
Киңлек | 197 сантиметр |
Бейеклеге/буйы | 127 сантиметр |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] |
Һуғыш апофеозы Викимилектә |
«Һуғыш апофеозы» — урыҫ рәссамы Василий Васильевич Верещагин картинаһы. Рамда: «Бөтә бөйөк яулап алыусыларға — үткәндәренә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә бағышлана» тигән яҙыу бар. Йәғни үҙ эше менән рәссам хәрби триумфтарға ниндәй хаҡ бирелеүен хәтергә төшөрә[1].
Барлыҡҡа килеү тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Картина 1871 йылда яҙыла. Башта ул «Тамерлан тантанаһы» («Торжество Тамерлана») тип атала. Уй-фекер урта быуаттарҙағы хаким һәм полководец Аҡһаҡ Тимер (Тамерлан) ғәскәрҙәре артынан ҡалдырған баш һөйәге пирамидалары[2] менән бәйле була, ләкин картина аныҡ тарихи вағиға эйә түгел.[3]
Тарихҡа ярашлы, бер мәл Тамерланға Бағдад һәм Дамаск ҡатын-ҡыҙҙары мөрәжәғәт итә. Улар ирҙәренең гонаһтар һәм аҙғынлыҡ ҡылыуына зарлана. Шунан Тамерлан 200 меңлек армияһының һәр яугирына фәхеш ирҙәрҙең ҡырҡылған башын алып килергә ҡуша. Приказ үтәлгәс, баштарҙан ете пирамида һалына[4].
Икенсе версия буйынса, билдәле «Апофеоз войны» картинаһын Верещагин Кашгар хакимы хикәйәте тәьҫирендә ижад итә. Ҡашғарала Вәлихан-тора Европа сәйәхәтсеһен язалай һәм уның башын башҡа язаланған кешеләрҙең баш һөйәгенән һалынған пирамида түбәһенә һалырға бойора. 1867 йыл Верещагин Төркөстанға сығып китә. Унда Төркөстан генерал-губернаторлығндағы К. П. Кауфман прапорщигы була . Ул ваҡытта Рәсәй был ерҙәрҙе яулап ала, һәм Верещагин үлемгә һәм мәйеттәргә ҡарата, үҙ сиратында, миһырбанлыҡ һәм кешелеклек тойғоһо тыуҙыра .Бында билдәле «Төркөстан серияһы» барлыҡҡа килә. Унда рәссам-баталист һуғыш алыштарын ғына түгел, Урта Азияла көндәлек тормош һәм тәбиғәт һәм күренештәрен дә һүрәтләй. Ә 1869 йылда Көнбайыш Ҡытайға сәйәхәтенән һуң, 1864 йылда Цин империяһы власына ҡаршы көрәшкә күтәрелгән мосолман баш күтәреүселәре урындағы Ҡытай халҡын аяуһыҙ ҡырып, юлдарында ерләнмәгән һөлдәләр өйөмдәрен ҡалдыра, «Һуғыш апофеозы» картинаһы күренеше барлыҡҡа килә.[3]
Ләкин «Һуғыш апофеозын» натуранан һүрәтләү тип иҫәпләргә ярамай. Был реаль эскиз-һүрәттәр Верещагиндың «Чугучактағы театр емереклектәре» тигән аҙ билдәле гениаль картинаһынан үҫкәндер, күрәһең. Унда ла бина емереклектәре араһында кешеләрҙең баш һөйәктәре ята. . Был картинаның төп нөсхәһе Дәүләт Третьяков галереяһында һаҡлана.
1864—1865 йылдарҙа баш күтәреүселәр ҡалала Цин гарнизондарын юҡ итеп, ислам динен ҡабул итеүҙән баш тартҡан урындағы ҡытайҙарҙы һәм маньчжурҙарҙы турап ташлағас, төбәктә Цин ғәскәрҙәре ҡалмай. 1877—1878 йылдарҙа ғына Цзо Цзунтан етәкселегендәге Цин ғәскәрҙәре үҙ дәүләтен төҙөгән мосолман ихтилалын баҫтыра, шуға күрә 1869 йылда Чугучакта Верещагин, популяр әҙәбиәттә аңлатыуҙарынса, цин ғәскәрҙәренең түгел, ә баш күтәреүселәрҙең ғәмәлдәре һөҙөмтәһен күрә[1]
Сюжет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]« Һуғыш апофеозы» — Верещагиндың иң сағыу әҫәрҙәренең береһе[4]. Картинала емерелгән ҡала һәм күмерле ағас фонында, ҡыҙған дала араһында, кеше баш һөйәктәренән пирамида һүрәтләнгән; пирамида тирәләй ҡоҙғондар өйөрөлә. Картинаның бөтә деталдәре, шул иҫәптән һары полотно колориты — үлем һәм бөлгөнлөк символы[2]. Асыҡ зәңгәр күк картинаның үле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала[3]. «Һуғыш апофеозы» идеяһын шулай уҡ баш һөйәгендәге ҡылыстан һәм уҡ ярыҡтарынан ҡалған йөйҙәр сағылдыра.
Баш һөйәктәреңең бер өлөшө кешеләрҙең һуңғы хис-тойғоларын һаҡлап ҡалған: ҡот осҡос, түҙә алмаҫлыҡ ғазап. Билдәле рус художество тәнҡитсеһе Владимир Васильевич Стасов «Һуғыш апофеозы» тураһында яҙа:
Эш бында Верещагиндың яндырылған ҡоро даланы һәм уның араһында әле серегән, бәлки, ит киҫәген эҙләп тапҡан ҡоҙғондар өйөрөлгән баш һөйәктәре пирамидаһын ниндәй оҫталыҡ менән яҙыуында ғына түгел. Юҡ! Был күренештә төҫтәрҙең виртуаллеге менән сағыштырғанда күпкә ҡиммәтлерәк һәм юғарыраҡ: тарихсының һәм кешелек судьяһының тәрән хисе[3]
Василий Верещагин: «Мин ғүмерем буйы ҡояшты бик яраттым. Ә кешеләр бер-береһен үлтермәһә, шатланып тик бер Ҡояшты яҙыр инем».
Картинаның үҙенсәлекле рамаһы шулай уҡ дөйөм уй-фекергә, уйға хеҙмәт итә һәм аҫҡы яғында семәрле яҙыу : «Бөтә бөйөк яулап алыусыларға — үткәндәргә, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә арнала»[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 «Апофеоз войны» как посвящение завоевателям
- ↑ 2,0 2,1 Апофеоз войны (Василий Верещагин) (недоступная ссылка — история). 50 биографий мастеров русского искусства. Дата обращения: 16 октябрь 2010. Архивировано 2 июль 2012 года. 2011 йыл 11 декабрь архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Н. A. Ионин. Верещагин В., «Апофеоз войны» . Сто великих картин. Дата обращения: 16 октябрь 2010. Архивировано 2 июль 2012 года. 2008 йыл 8 июнь архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Верещагин Василий Васильевич, Апофеоз войны — история картины . Дата обращения: 16 октябрь 2010. Архивировано 9 август 2012 года. 2012 йыл 16 октябрь архивланған.
- ↑ «Апофеоз войны» как посвящение завоевателям/