Һылыуҡайҙар (хикәйә)
Һылыуҡайҙар | |
Жанр | |
---|---|
Автор | |
Төп нөхсә теле |
русса |
Ижат ителгән ваҡыты | |
Тәүге тапғып нәшер ителгән | |
Һылыуҡайҙар — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1888 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр «Новое время» журналының 4513-сө һанында 1888 йылдың 21 сентябрендә Ан. Чехов ҡултамғаһы аҫтында баҫылып сыға.
Баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антон Павлович Чеховтың «Һылыуҡайҙар» хикәйәһе 1888 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр «Новое время» журналының 4513-сө һанында 1888 йылдың 21 сентябрендә Ан. Чехов ҡултамғаһы аҫтында баҫылып сыға. 1894 йылда хикәйә «Между прочим» тигән йыйынтыҡҡа, һуңғараҡ А. Ф. Маркс нәшер иткән А. П. Чеховтың әҫәрҙәр йыйылмаһына индерелә.
Йыйынтыҡ өсөн Чехов хикәйәһен, әрмән ҡыҙын әрләгән киҫәкте төшөрөп ҡалдырып, ҡыҫҡартып яҙа.
Хикәйәнең нигеҙендә Чеховтың әрмән ауылы Большие Салы аша уҙып барғандағы тәьҫораттары ята.
Чехов тере саҡта хикәйә немец теленә тәржем ителә.
Тәнҡит
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хикәйәне яҙыусының замандаш тәнҡитселәре баһалап үтә. Тәнҡитсе А. С. Лазарев : «Теле һәм күңелгә ятышлы һүрәтләүе буйынса бик матур әйбер. Психологик һыҙаты — һылыуҡайҙарҙы күргәндән һуң тыуған уйға ҡалыу — бик дөрөҫ күреп ҡалынған»[1].
В. Альбов «Красавицы» хикәйәһен «бер кемгә лә кәрәк булмаған һәм бер кем тарафынан да маҡтап йырланмаған, уның янынан битарафһыҙ үтеп кителгән һәм шунлыҡтан һәләк булыусы, тормошта урыны булмаған идеалды йәшерен, тәрән һағыныу, тормоштағы йәшерен матурлыҡты һағыныу ишетелгән»[2] әҫәрҙәрҙең береһе тип һанай.
Сюжет
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ике киҫәктән торған «Һылыуҡайҙар» хикәйәһендә бәйән итеү беренсе затта алып барыла. Шулай итеп, бер заман йәй көнө, гимназист сағында, автор ҡартатаһы менән аттарҙа Дондағы Ростовҡа китеп бара. Юлдағы Бахчи-Салах тигән әрмән ауылында улар ҡартатаһының танышы булған бай әрмәндә туҡтай. Ҡартатаһы әрмән менән һарыҡтар, мал көтөү, донъя-әхүәлдәре тураһында һөйләшә, ә малай тынсыулыҡтан, эҫенән һәм күңелһеҙлектән «даланы, ҡояшты, себендәрҙе күрә алмауҙан интегә…». Һүҙ барышында хеҙмәтсе һауыт-һаба ҡуйылған батмус һәм самауыр килтереп ҡуя, ә әрмән: «Машя! Беҙгә сәй ҡойорға кил! Һин ҡайҙа? Машя!»-тип саҡыра.
Бүлмәгә уның ун алты йәштәр самаһындағы ҡыҙы килеп инә. Уның өҫтөндә ситса күлдәк, аҡ яулыҡ. Самауыр артында сәй эскәндә автор ҡыҙҙың битенә күҙ һирпеп ала һәм уға шул арала тынсыулыҡты һәм эҫене өрөп юҡҡа сығарған ел килеп бәрелгәндәй тойола. Ҡыҙҙың бите уға шул тиклем һоҡландырғыс һәм быға тиклем ул осратҡан кешеләрҙең битенән шул тиклем айырылып торған, «уға төштәрендә генә ингән» иң матур бит булып күренә.
Чехов Машаның тышҡы матурлығын тәфсирләп яҙа, уның «бит һыҙаттары шул тиклем дөрөҫ, … сәстәре, күҙҙәре, танауы, ауыҙы, муйыны, түше һәм йәш тәненең бар хәрәкәттәре тәбиғәттең бер генә һыҙыҡҡа ла яңылышмаған бер бөтөн гармониялы аккордҡа әйләнә».
Сәй менән һыйланғандан һуң, ҡартатаһы йоҡлап китә, ә малай, өйҙән сығып, Машаның хәстәрлекле йөҙ менән ихатала шәп-шәп атлап йөрөүен күҙәтә. Ҡыҙ артынан ҡарап өлгөрөр өсөн, ул башын тиҙ-тиҙ генә борғолап ултыра.
Ошоно ҡарап ултырғанда, өс сәғәт самаһы ваҡыт һиҙелмәйсә генә үтеп китә, шунан һуң автор ҡартатаһы менән ҡалаға табан юлдарын дауам итә. Аттарҙы ҡыуып барыусы Карпо юл буйына әрмән ҡыҙының матурлығын иҫе китеп һөйләй.
Хикәйәнең икенсе киҫәгендә автор студент сағында яҙ көнө тимер юл буйлап көньяҡҡа китеп барғаны тураһында бәйән итә. Бер станцияла ул, вагондан сығып, платформа буйынса йөрөп ята. Шунда йөрөгән пассажирҙар араһында ул 17-18 йәштәр самаһындағы, урыҫ кейеме кейгән йәш ҡыҙҙы күреп ҡала. Был ҡыҙ бик һылыу була. Уның һылыулығының сере «кескәй генә нәзәкәтле хәрәкәттәренән, йылмауынан, бит күренештәренең үҙгәреп тороуынан, кешеләргә бик тиҙ генә күҙ ташлап алыуынан ғибәрәт була». Автор элек әрмән ауылында кисергән тойғоларын иҫенә төшөрә. Уның һылыуҡай янынан тынсыу вагонға бер генә лә ингеһе килмәй. Поезд урынынан ҡуҙғалғас, был һылыуҡай күҙҙәре менән генә поезды оҙата һәм баҡсаға йүгереп инеп ҡаса.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. Красавицы// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
- Voir Dictionnaire Tchekhov, page 32, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
- Beautés, traduit par Édouard Parayre, éditions Gallimard, Bibliothèque de la Pléiade, 1970, ISBN 2 07 010550 4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чехов А. П. Красавицы 2017 йыл 5 май архивланған.. Оригинальный русский текст