Һыу аҫты диңгеҙселәре һәйкәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һыу аҫты диңгеҙселәре һәйкәле
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тверь
Урын Набережная Афанасия Никитина[d]
Карта
 Һыу аҫты диңгеҙселәре һәйкәле Викимилектә


Һыу аҫты диңгеҙселәр һәйкәле — Рәсәй һәм Советтар Союзы фолты һыу аҫты диңгеҙселәренә ҡуйылған һәйкәл. Ул Тверь ҡалаһында, Волга йылғаһының һул ярындағы Афанасий Никитин яр буйы паркында урынлаштырылған.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бронза һәйкәл композицияһын ике һыу аҫты диңгеҙсеһе фигураһы тәшкил итә, уларҙың береһе аңын юғалтҡан иптәшен двигатель рубкаһына күтәреп алып сыҡҡан, улар янында ҡанатын һыуға мансыған аҡсарлаҡ. Һәйкәл гранит плитәләр менән көпләнгән тура мөйөшлө постаментҡа ҡуйылған, унда билдәле һыу аҫты диңгеҙсеһе Советтар Союзы Геройы М. Гаджиев һүҙҙәре яҙып ҡуйылған:

«

Нигде и никогда не было такого равенства
перед лицом смерти, как в подводной лодке,
где либо все погибают, либо все выживают

»

Һәйкәл алдында ҙур булмаған постаментҡа ике суйын якорь сынйырҙары менән бергә ҡуйылған.

Һәйкәл артында СССР һәм Рәсәй флаглы ике һыу аҫты кәмәһенең һүрәттәре ҡуйылған.

Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы СССР флаглы Ҡораллы диңгеҙ флотының дизелле һыу аҫты кәмәһе төшөрөлгән плитәлә яҙып ҡуйылған:

«

Здесь нет их имен,
Но ничто не забыто
Ни подвиг бессмертный,
Ни имена,
И память о них,
Не вернувшихся с битвы
В сердцах поколений
На все времена

»

Рәсәй флотының һүрәтендә Рәсәй Ҡораллы диңгеҙ флотының флагы торған хәҙерге заман атом һыу аҫты кәмәһе төшөрөлгән һәм һүрәт аҫтында яҙыу:


«

Вечная память погибшим
в мирное время.
Погибшие во имя жизни живы
в делах живых
и в памяти живых."

»

Скульптура композицияһы артында һыу аҫты кәмәләре ҡоралдарының (торпеда, диңгеҙ миналарының) ҙур булмаған күргәҙмәһе урынлашҡан.

Төҙөлөү тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тверь ветерандар союзы һыу аҫты диңгеҙселәренә һәйкәл асыу инициаторы була. Һәйкәлдең проект билдәле скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Евгений Антонов эшләгән. Һәйкәл 2010 йылда асылған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]