Эстәлеккә күсергә

Һәләк булған яугирҙарға мемориал (Кагальник)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Һәләк булған яугирҙарға мемориал
Ил Россия
Станица Кагальник
Проект авторы Жуков И. А.
Төҙөүсе Муха С. М., Дементьев А. А.
Төҙөлөшө 19841986 йылдар

1986

Һәләк булған яугирҙарға мемориалРостов өлкәһенең Кагальник станицаһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл.

Тәүҙән үк Кальник станицаһның үҙәк өлөшөндә, Буденновск тыҡырығы яғында Бөйөк Ватан һуғышында һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусыларға биш монумент була. 1984 йылдың апрелендә, КПСС район комитеты ҡушыуы буйынса Кагальник район халыҡ депутаттары Советының башҡарма комитеты Граждандар һуғышы һәм 1943 йылда Кальник станицаһын азат итеү барышында баштарын һалған яугирҙәрҙең ҡалдыҡтарын мемориаль комплекстың туғандар ҡәберлегенә күсерергә ҡарар итә.

Һәйкәл асылғансы ҙур күләмле эш башҡарыла. Эҙәрмәндәр төркөмдәре һәйкәлдәр булған барлыҡ ауылдарҙы йөрөп сыға, уларҙың тарихын өйрәнә. Хәрби комиссариаттарҙа һәм архивтарҙа Кагальник районынан һуғышта ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәт эҙләй. Эҙәрмәнлек эштәре һөҙөмтәһе буйынса «Хәтер китабы» төҙөлә, унда әлегәсә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған райондаштар тураһында мәғлүмәт өҫтәлә.

Ростов өлкә һынлы сәнғәт фонды скульпторҙарҙы С. М. Муха һәм А. А. Дементьев, архитектор И. А. Жуковтың һәйкәлде ике йыл эшләй. 1986 йылда, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 41 йыллығына яугирҙарҙың ҡалдыҡтары туғандар ҡәберлегенән күсерелә һәм ошо һәйкәл асыла. Уны асыу хоҡуғы һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, район ветерандар советы етәксеһе Я. Г. Живцовҡа бирелә. Матәм көйө аҫтында урналар ҡәберҙәргә төшөрөлә, ҡоралдарҙан залп бирелә һәм СССР гимны яңғырай. Киров станицаһы мемориалынан алып килегнә Мәңгелек уттан ут тоҡандырыу хоҡуғы Совет Тыныслыҡ фондының район бүлексәһе етәксеһе Ф . В. Башлаевҡа бирелә.

Мемориалдың бейеклеге 6,5 метр. Унда Совет Армияһының билдәһе — йондоҙ төшөрөлгән, байраҡтар, иретелгән ҡорал — һуғыштың еңеү менән тамамланыу билдәһе һәм мәңгелек ут урынлашҡан. Һәйкәлде ьиҙәү өсөн бетон, алһыу туф, мәрмәр, еҙ ҡулланыла. Тирә-яҡта һәләк булған яугирҙарҙың исемдәре яҙылған мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. Һәйкәлде ысыуға урындағы халыҡ та аҡсалата ярҙам күрһәтеп, үҙ өлөшөн индерә.

Постаментта өс мәрмәр табличка тора; уларҙа 1942 йылдың июлендә — 1943 йылдың февралендә Кагальник станицаһын азат итеүҙә һәләк булған 140-тан ашыу яугирҙың исеме яҙылған.

Мемориалды сквер, сәскәлектәр уратҡан. Урындағы мәктәп уҡыусылары уны тәртиптә тоторға ярҙам итә. Мемориаль комплекс Кагальник районының сәйәси һәм мәҙәни тормошонда мөһим объект булып тора. Уның эргәһенә ветерандар һәм һуғышта ҡатнашыусылар, шулай уҡ башҡа халыҡ йыйыла.