Әбделкәрим мәктәбе
Уҡыу көйләүҙәре
Әбделкәрим мәктәбе | |
Нигеҙләү датаһы | 1924 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Баймаҡ районы, Әбделкәрим һәм Башҡортостан Республикаhы |
Электрон почта | abdylk.school@mail.ru |
Рәсми сайт | abdulkarimschool.02edu.ru |
Әбделкәрим мәктәбе (рус. МОАСОШ с. Абдулкаримово муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районы Әбделкәрим ауылында Йәштәр урамы, 18 адресы буйынса урынлашҡан дөйөм белем биреү учреждениеһы
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбделкәрим ауылында башланғыс мәктәп 1924 йылда барлыҡҡа килә. 1945 — ете йыллыҡ, 1962 — һигеҙ йыллыҡ, 1975 йылда урта мәктәп итеп үҙгәртелә[1].
Етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Моратова Альбина Шәһит ҡыҙы
Уҡытыусылары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәмәтйәнова Лиза Ғилметдин ҡыҙы — математика, алгебра, геометрия, информатика
- Әбделғәфәров Рәшит Шәрифйән улы — физика, математика, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы, ойоштороусы
- Әбделғәфәрова Рәсимә Мәжит ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
- Аҡҡужина Зинфира Ғәзизйән ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
- Ғәбитов Фирғәт Сәхиулла улы — тарих, йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе
- Ҡасҡынова Гөлсәсәк Сәғит ҡыҙы — балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе
- Моратов Азамат Муса улы — технология, физик культура һәм һынлы сәнғәт уҡытыусыһы
- Моратова Альбина Шәһит ҡыҙы — инглиз теле уҡытыусыһы
- Мостаева Вәзифә Азат ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
- Мөхәмәтйәнова Зөлфиә Муса ҡыҙы ҡала балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе
- Солтанғолова Рәсимә Нурислам ҡыҙы — башланғыс кластар һәм музыка уҡытыусыһы, директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары.
- Йәнсурина Вәлимә Әхмәт ҡыҙы — биология, география, химия уҡытыусыһы
Мәктәпте тамамлаусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солтанов Тәлғәт - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың почетлы доноры, оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһы поликлиникаһының хужалыҡ иҫәбе бүлеге мөдире булып эшләй[2]
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мәктәп сайты Сведения об образовательной организации(недоступная ссылка)