Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡурай еләге, (диал. — әберсә, ағас еләге, лат. Rubus idaeus) — роза сәскәлеләр Раузалар (Rosaceae) ғаиләһенә ингән сәнскәк һабаҡлы ҡыуаҡ үҫемлек; ҡырҡынды ерҙәрҙә, урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡтарҙа, йылға буйҙарында үҫә. Баҡсасылар баҡсала үҫтерә.
Ҡырағай ҡурай еләге — япрағын ҡойоусы күп йыллыҡ тамырһабаҡлы ярымҡыуаҡлыҡ. Тамырһабаҡтан ике йыллыҡ метр ярым бейеклек һабаҡ үҫеп сыға.
Тамыры бормала-бормалы, күп төрлө тамырҙар менән күп тармаҡлы.
Һабағы тура тороусы. Беренсе йылғы үҫентеләре үлән кеүек йәшел күкһел ҡуныҡлы (с налётом).
Япраҡтары һабаҡлы овал формаһында.
Сәскәләре аҡ төҫтә 1 см киңлектә, ҙур булмаған сәскәлеккә ойошҡан.
Рәсәйҙең урта өлөшөндә ҡурай еләге июндән июлгәсә, ҡайһы берҙә августҡаса сәскә ата.
Еләге ҡыҙыл төҫтә, шулай уҡ һары һәм ҡара төҫлө бөрлөгәнгә)[1]. оҡшағандары ла осрай.