Әбжәд яҙма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әбжәд яҙма
Рәсем
 Әбжәд яҙма Викимилектә

Әбжәд яҙма, Консонант яҙма (лат. cōnsonāns — эйәлек килеш cōnsonantis — «тартынҡы өн»; рус. Консона́нтное письмо́) — тартынҡы өндәр йәки башлыса тартынҡы өндәрҙән торған фонетик яҙма төрө.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сит ил әҙәбиәтендә консонант яҙма системаларын шулай уҡ «әбжәд» (ингл. abjad, ғәрәп теле алфавиты исеме буйынса — «әбжәд») тип атайҙар. «Әбжәд» термины, абугид менән бер рәттән, Питер Дэниэлс (инглиз) тарафынан тәҡдим ителгән. Уның аҫтында тикшеренеүсе консонант яҙманы күҙ уңында тота, ә абугид консонант-ижекле хатҡа тап килә.

Ҡулланылышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миҫал итеп тулыһынса консонант угарит һәм финикия яҙмаларын, өлөшләтә консонант яҙма өлгөләре итеп хәҙерге йәһүд һәм ғәрәп яҙмаларын килтерергә мөмкин.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Консонант-вокал яҙмаһы

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]