Эстәлеккә күсергә

Әзербайжандың энергетикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әзербайжандың энергетикаһы
Дәүләт  Әзербайжан
 Әзербайжандың энергетикаһы Викимилектә

Әзербайжандың энергетикаһыӘзербайжан етештергән, ҡулланған һәм экспортлаған энергия һәм электр. Энергетика һәм энергия сығанаҡтары сәнәғәте мәсьәләләре менән Әзербайжан Энергетика министрлығы шөғөлләнә.

2015 йылда илдә бөтә төр энергия ҡулланыу нефть эквивалентында 14,5 миллион тонна тәшкил итә. 2016 йылда ла ошо күләм һаҡлана. Был дәүмәл түбәндәгеләрҙән тора: нефть эквивалентында нефть энергияһы — 4,5 миллион тонна, газ энергияһы — 9,6 миллион, гидроэнергия — 0,4 миллион тонна[1].

Әзербайжан Республикаһының энергетика системаһы картаһы

Әзербайжан ҙур нефть запастарына эйә. Төбәктә нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү XIX быуат уртаһында уҡ башлана. 2015 йыл башына билдәле нефть ятҡылыҡтарының дөйөм күләме 7 миллиард баррелгә етә[2]. Уртаса көндәлек нефть сығарыу күләме 1998 йылда — 194 мең баррель, 2004 йылда — 318 мең баррель, 2015 йылда 860 мең баррель самаһы була[2].

1994 йылда, “Быуат контракты”на ҡул ҡуйылғас, Әзербайжан нефтенең разведкаланған запастары 511 миллион тонна тәшкил итә[3]. 1996 йылда нефть запастары рәсми сығанаҡтар тарафынан 1,2 миллиард баррель тиелә. 2006 йыл аҙағына был күрһәткес 7 миллиард баррелгә етә, 2016 йыл аҙағына иһә запастар 7 миллиард баррель тип ныҡлы баһалана. 2016 йылға Әзербайжандың дөйөм нефть запастары донъялағы запастарҙың 0,4 процентын тәшкил итә[1].

2014 йылда Әзербайжан Дәүләт нефть компанияһының беренсе вице-президенты Әзери-Чираг-Гүнешли блогында нефть запасын баһалаған саҡта запастың 2 миллиард тонна тәшкил итеүен әйтә, шуның 1,2 миллиард тоннаһы сығарып була торған нефть тип иҫәпләнә[4]. 2018 йылда нефть запастарын һанағас, ул был дәүмәлде — 1,5 миллиард тонна тип, ә прогнозланған запастарҙың 2 миллиард тонна самаһы булыуын белдерә[5].  

Нефть етештереү 2010 йылға тиклем үҫә, көнөнә 1023 мең баррель сығарыла (йылына 50,8 миллион тонна). 2010 йылдан етештереү күләме кәмей, 2016 йылда көнөнә 826 мең баррелгә ҡала (йылына 41 миллион тонна), был — донъяла етештерелгәндең 0,9 проценты. Ҡулланыу, киреһенсә, 2010 йылға тиклем кәмей — көнөнә 71 мең баррель (йылына 3,2 миллион тонна). 2010 йылдан башлап ҡулланыу арта, 2014 йылдан 2016 йылға тиклем көнөнә 99 мең баррель кимәлендә һаҡлана (йылына 4,6 миллион тонна), был донъялағы дөйөм нефть ҡулланыу күләменең 0,1 процентын тәшкил итә[1][6].

Һуңғы ваҡытта тәбиғи газ сығарыу ил энергетикаһында мөһим урын алып тора, сөнки Баҡының ҡайһы бер нефть ятҡылыҡтары ярлыланған.

Запастары

Рәсәй сығанаҡтары буйынса, 2011 йылға тиклем Әзербайжанда, Каспий бассейнында, газ запастары 0,9 триллион кубометр күләмендә баһалана. Әммә Европа белгестәре газ запастарын 1,3 триллион кубометр тип баһалай һәм 3 триллион кубометр тип прогнозлай[7].

2012 йылдың 12 июнендә Дәүләт нефть компанияһының беренсе вице-президенты Хошбахт Юсифзаде тәбиғи газдың иҫбатланған запастары нефть эквивалентында 10 млрд тонна булыуын белдерә, ә прогнозланған запастар 6 триллион кубометр тип баһалана. Нефть тикшеренеүҙәре үҙәге рәйесе Илһам Шабан билдәләүенсә, тәбиғи газ запастары кәм тигәндә тағы 60 йылға етәсәк[7][8].

BP статистикаһы буйынса, Әзербайжандағы тәбиғи газ запастары 2006 йылда 0,9 триллион кубометр була, ә 2016 йылда 1,1 триллион кубометрға етә; был дәүмәл донъялағы тәбиғи газ запастарының 0,6 процентын тәшкил итә.

2016 йыл башына билдәле газ ятҡылыҡтарының раҫланған күләме 2,5 триллион кубометр була[9].

Сығарыу

Тәбиғи газ етештереү даими арта. 2007 йылда 11 млрд кубометр газ сығарыла[10].

2011 йылда 17,66 млрд кубометр тәбиғи газ сығарыла, 2015 йылда — 29,74 млрд кубометр[11].

2016 йылда етештереү 17,5 млрд кубометр (нефть эквивалентында 15,7 миллион тонна) сығарыла. 2005 йылдан 2015 йылға тиклем етештереү үҫеше 13,2 процент тәшкил итә.


2014 йылда етештерелгән электрҙың дөйөм күләме яҡынса 24,73 миллиард киловатт-сәғәт була. Шуның 21,4 миллиардын йылылыҡ электростанцииялары биргән. Йылылыҡ электр станцияларының иң ҙурҙары — Әзербайжан ГРЭС-ы, ул Мингечевир эргәһендә урынлашҡан (2100 МВт) һәм Ширван ГРЭС-ы (1100 МВт).

Иң ҡеүәтле гидроэлектростанциялар — Мингечевир ГЭС-ы (402 МВт), Шамкир ГЭС-ы (380 МВт), Еникенд ГЭС-ы (150 МВт) һәм Сарсанга ГЭС-ы (50 МВт)[12].

Әзербайжанда электр етештереү 2006 йылдан 2010 йылға тиклем кәмей. 2010 йылда етештереү яңынан үҫә башлай, үҫеш әле лә дауам итә.

  1. 1,0 1,1 1,2 BP Statistical Review of World Energy June 2017 (июнь 2017). 2017 йыл 14 октябрь архивланған.
  2. 2,0 2,1 ОПЕК обнародовала прогнозы добычи нефти в Азербайджане 2016 йыл 23 август архивланған., www.oilru.com
  3. "Контракт века": норвежские миражи Азербайджана (15 сентябрь 2017).
  4. Если в России и Азербайджане закончится нефть (21 март 2016).
  5. Эксперты подсчитали запасы нефти и газа в Азербайджане.
  6. Трансформация мировой энергетики: рыночные механизмы и государственная политика (2016).
  7. 7,0 7,1 Энергетические ресурсы Каспийского бассейна и Южного Кавказа и участие в энергетической безопасности Европы. 2018 йыл 25 апрель архивланған.
  8. А. Халилов. Природного газа в Азербайджане хватит еще на 60 лет (13 июнь 2012). 2018 йыл 25 апрель архивланған.
  9. Запасов газа в Азербайджане хватит на 100 лет // energo-news.ru
  10. Гысымлы Азер Агагасым оглы. Роль геоэкономического (энергетического) фактора в процессе трансформации политического режима в Азербайджане: ретроспективный анализ и современность.
  11. Добыча нефти в Азербайджане в 2015 г. снизилась на 0,8%, газа - выросла на 1,1% - госкомстат 2016 йыл 23 апрель архивланған. // oilcapital.ru
  12. Развитие Электроэнергетики в Азербайджане, www.unece.org