Әзербайжан Милли фәндәр академияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әзербайжан Милли фәндәр академияһы
әзерб. Azərbaycan Milli Elmlər Akademiyası
Нигеҙләү датаһы 23 ғинуар 1945
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Azərbaycan Milli Elmlər Akademiyası, Академия наук Азербайджанской ССР, Azərbaycan Elmlər Akademiyası һәм Azərbaycan SSR Elmlər Akademiyası
Ҡыҫҡаса атамаһы НАНА, AMEA һәм НАН Азербайджану
Дәүләт  Әзербайжан
Ойошма ағзаһы Международный научный совет[d][1], Association of Academies and Societies of Sciences in Asia[d][2] һәм Международная ассоциация академий наук[d]
Бойһонған ойошма (филиал) Институт физиологии имени А. И. Караева[d], Институт геологии и геофизики[d], Институт математики и механики НАНА[d], Институт физики НАН Азербайджана[d], Национальное аэрокосмическое агентство Азербайджана[d], Azerbaijan Scientific-Research & Design-Prospecting Power Engineering Institute[d] һәм Институт систем управления НАН Азербайджана[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Баҡы, Әзербайжан
Рәсми сайт science.gov.az/az
science.gov.az/en
science.gov.az/ru
Категория членов Q109562652?
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Сотрудники Национальной академии наук Азербайджана[d]
Карта
 Әзербайжан Милли фәндәр академияһы Викимилектә

Әзербайжан Милли фәндәр академияһы (әзерб. Azərbaycan Milli Elmlər Akademiyası) — Әзербайжан Республикаһының төп фәнни учреждениеһы. Һайланған академия ағзаларын (ғәмәли ағзалар, мөхбир ағзалар, сит ил ағзалары), почётлы докторҙарҙы, ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе һәм белгестәрҙе берләштерә, улар ғилми, ғилми-хеҙмәт, белем биреү һәм социаль-хеҙмәт предприятиеларында эшләй.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1932 йылда Әзербайжан дәүләт ғилми-тикшеренеү институты нигеҙендә СССР Фәндәр академияһы Кавказ аръяғы филиалының Әзербайжан бүлексәһе асыла. Рухулла Ахундов мөдирлек итә.

1935 йылда Кавказ аръяғы филиалы СССР Фәндәр академияһының Әзербайжан филиалы тип үҙгәртелә. Етәксеһе итеп академик Ф. Ю. Левинсон-Лессинг тәғәйенләнә. Филиалдың Гәнжәлә һәм Нахчиванда бүлексәләре була.

1945 йылдың 23 ғинуарында Әзербайжан Фәндәр академияһы ителә.

1945 йылдың 31 мартында М. Мирҡасимов президент итеп һайлана.

Бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, 1991 йылда Әзербайжан Республикаһы Фәндәр академияһы тип үҙгәртелә[3].

2003 йылдан Әзербайжан Милли фәндәр академияһы тип атала[4].

2013 йылдың 20 февралендә Әзербайжан Геология институты директоры, академияның вице-президенты Акиф Ализадә академияның президенты вазифаһын башҡарыусы итеп[5], 25 апрелдә президенты итеп раҫлана[6].

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әзербайжандың 2015 йылға почта маркаһы, академияның 70-йыллығына арналған

Илдә «2009—2015 йылдарҙа Әзербайжан Республикаһында фәнде үҫтереү буйынса милли стратегия» һәм ""2009—2015 йылдарҙа Әзербайжан Республикаһында фәнде үҫтереү буйынса милли стратегия"ны тормошҡа ашырыу буйынса дәүләт программаһы" эшләй, улар ил Президентының 2009 йыл 4 май бойороғо менән раҫланған[7]. Әзербайжан Милли фәндәр академияһы президенты академик А. Ализаде фекеренсә, «Әзербайжан фәне совет осоронда ла союздаш республикалар араһында тәүге бишәү иҫәбендә» булған[8]. Илдең фәнни потенциалын үҫтереү маҡсатында 2014 йылдың июнендә «Әзербайжан Милли Фәндәр академияһын 2020 йылға тиклем үҫтереү концепцияһы» раҫлана[9][10]. Яңы концепция сиктәрендә Академия өсөн физика-химия йүнәлеше, нефть һәм нефть химияһы, Ерҙең геодинамикаһын өйрәнеү, геномика, биотехнология, молекуляр генетика перспективалы һәм өҫтөнлөклө тип билдәләнә[8].

Әзербайжан Президенты Хакимиәте инициативаһы буйынса, 2014 йылдан алып Әзербайжан Милли фәндәр академияһы «ирекле Википедия энциклопедияһы биттәрендә Әзербайжандың милли-әхлаҡи ҡиммәттәрен пропагандалау, һаҡлау һәм дөрөҫ мәғлүмәтте үҫтереү» менән шөғөлләнергә тейеш[11]. Ошо маҡсатта даими эшләүсе махсус «wiki-төркөмдәр» ойошторола[12].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://council.science/member/azerbaijan-azerbaijan-national-academy-of-sciences/
  2. http://aassa.asia/member/academies.php
  3. Академия наук Азербайджанской ССР // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  4. История основания — Официальный сайт Национальной академии наук Азербайджана (НАНА) 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  5. Назначен и. о. президента Национальной Академии Наук Азербайджана
  6. Распоряжение Президента Азербайджанской Республики о назначении А. А. Али-заде президентом Национальной Академии Наук Азербайджана 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  7. Распоряжение Президента страны 4 мая 2009 года — официальный сайт Президента Азербайджана 2014 йыл 2 апрель архивланған.
  8. 8,0 8,1 На благо Отечества. Академик Акиф Ализаде уверен, что динамика науки должна соответствовать темпам развития страны
  9. Утверждена «Концепция Развития Национальной Академии Наук Азербайджана до 2020 года» 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  10. Состоялось очередное заседание Президиума НАНА 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  11. По инициативе Администрации президента Азербайджана Национальная академия наук займётся продвижением страны в Wikipedia — ABC.AZ 2014 йыл 21 ғинуар архивланған.
  12. Первое заседание wiki-группы 2014 йыл 9 декабрь архивланған.