Әзербайжан техник университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әзербайжан техник университеты
әзерб. Azərbaycan Texniki Universiteti
Нигеҙләү датаһы 16 ноябрь 1920
Логотип
Рәсми атамаһы Azərbaycan Politexnik İnstitutu һәм Azərbaycan Texniki Universiteti
Кем хөрмәтенә аталған Чингиз Ильдрым[d]
Ректор Вилаят Валиев[d]
Дәүләт  Әзербайжан
Административ-территориаль берәмек Баҡы
Урын Баҡы
Уҡыусылар һаны 10 000
Рәсми сайт aztu.az
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Category:Academic staff of Azerbaijan Technical University[d]
Карта
 Әзербайжан техник университеты Викимилектә

Әзербайжан техник университеты (әзерб. Azərbaycan Texniki Universiteti) — Әзербайжандың юғары техник дәүләт уҡыу йорто.

Университет 1950 йылдан алып эшләй һәм әлеге ваҡытта илдең алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе булып тора.

Факультеттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта университет 26 йүнәлеш һәм 70 һөнәр буйынса белгестәр әҙерләй.

Университетта түбәндәге факультеттар бар:

  • Автоматлаштырыу һәм иҫәпләү техникаһы;
  • Радиотехника һәм элемтә;
  • Электротехника һәм энергетика;
  • Инженерлыҡ;
  • Транспорт;
  • Металлургия;
  • Технологик машиналар;
  • Инженерлыҡ эше һәм идара итеү.

Был факультеттарҙың штаттағы һәм тулы булмаған кафедраларында 6000-гә тиклем студент уҡый, шуларҙың 300-ө — сит ил кешеләре. Университеттың 46 кафедраһында 600-ҙән ашыу уҡытыусы эшләй, шул иҫәптән 70 фән докторы, профессор һәм 400-гә яҡын фән кандидаты, доцент.

Инфраструктура[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университет студенттары һәм хеҙмәткәрҙәре ҡарамағында 700 000 ашыу китаптан торған китапхана фонды, махсус йыһазландырылған уҡыу залдары эшләй.

Бөтә бүлектәр заманса ҡорамалдар, компьютерҙар һәм махсус лабораториялар менән йыһазландырылған. Уҡыусыларҙы «Элемтә һәм телекоммуникациялар» һөнәре буйынса уҡытыу һәм камиллаштырыу маҡсатында махсус уҡыу үҙәге булдырыла.

ӘзТУ-ла заманса «Спорт һарайы», кампус һәм ял итеү өсөн пансионат бар.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]