Эстәлеккә күсергә

Әй урамы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әй урамы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Оҙонлоҡ 2100 ± 1 метр
Почта индексы 450001
 Әй урамы Викимилектә
Октябрь проспекты һәм Әй урамы киҫелешендәге Аграр университет 
Әй урамында Салауат Юлаев проспекты аша күпер

Әй урамы   Өфө ҡалаһының  Киров районы биләмәһендә урынлашҡан. Урамдың исеме   – Әй йылғаһы исеменән килә.

Урам Салауат Юлаев проспектынан башлана һәм Октябрь проспекты менән тамамлана. 8 март Революция, Киров, Харьков, Чернышевский урамдарын киҫеп үтә.

Урамдың бер өлөшөн бер ҡатлы  шәхси ағас йорттар биләй. 1950 йылдан алып урамда  өс, биш, күп  ҡатлы торлаҡ йорттар, магазиндар төҙөлә. Урамда "Солитон" Фәнни тикшеренеү институты предприятиеһы,  Башҡортостан юл-транспорт проектының автомобиль юлдары һәм транспорт ҡоролошоноң республика проект-тикшеренеү институты бар.   Эргәлә  Рождество Богородицаның  кафедраль соборы урынлашҡан. 

Урам буйлап 3, 42, 51, 51а, 55, 200, 202, 218, 266, 256 һанлы ҡала  автобустары йөрөй, туҡталыштары бар, 250 -се һанлы маршрут таксиһы йөрөй. 

  • Синенко С. Неторопливые прогулки по Уфе. Городской путеводитель. — Уфа: Китап, 2010. — 376 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-295-05148-7.