Эстәлеккә күсергә

Әпәт (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әпәт
Сәнғәт формаһы Йыр
Жанр Оҙон көй
Автор башҡорт халыҡ йыры
Әҫәрҙең теле башҡортса‎
Нәшер ителеү ваҡыты 1983

Әпәт (урыҫ. Апат) — башҡорт халыҡ йыры, лирик йырҙар төркөмөнә ҡарай[1].

Йырҙы Н. Д. Шоңҡаров 1961 йылда СССР-ҙың Куйбышев өлкәһе Больше-Глушицский районы Ташбулат ауылы кешеһе Ғәбдрәшит Ибраһимовтан яҙып алған. Нотаға Рәхимов Камил Йософ улы һалған. — Ғилми архив, ф.3, оп. 23/6, л. 35>.

Йырҙың ҡайһы заманда сығарылыуы тураһында бер ниндәй мәғлүмәт тә юҡ. Әммә был лирик йырҙың бик боронғо замандан беҙҙең көндәргә килеп етеүе лә ихтимал. Башҡорттар күпләп мал аҫыраған, йылҡы өйөрө, йыш ҡына бер ниндәй ҡараусыһыҙ, өйөр айғыры ҡарамағында ғына йөрөр булған. Әгәр хатта ырыу-ара барымта, ҡарымта яуҙарының булып тороуын иҫәпкә алһаҡ, Ғәбделәпәт (тулы исеме Ғәбделәпәт) уҙамандың малдарының ҡайҙа булыуын тоҫмаллауы ла мөмкин. Ул, үҙенең иң яҡшы аттарын юғалтыуынан ҡайғырып, ошо йырҙы йырлап күңелен бер аҙ булһа ла тынысландырғандыр.

Әйләп кенә килгән, ай, малымдың
Алалары бар ҙа буҙы юҡ.
Әй-әй, ялҡынланып янған йөрәгемдең
Ялҡындары бар ҙа ҡуҙы юҡ.
Аҡҡош ҡына менән ҡойолдо
Минең генә йылҡы төйәге.
Әй-әй, хайран малдарымдың ите бөтөп,
Шаурап ята микән һөйәге.
Ерән бейә менән туры бейә,
Һауған һайын икешәр эйә.
Әй-әй, хайран малдарымдың иткәйен
Әллә ниндәй дошмандар ейә[2].
  1. Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Ноталар менән/Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте.1983. Т. 7000 экз./ — 312 бит
  2. Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Ноталар менән/Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте.1983. Т. 7000 экз./ — 312 бит
  • Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар һәм көйҙәр. Ноталар менән/Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте.1983. Т. 7000 экз./ — 312 бит.