Эстәлеккә күсергә

Әр-Рахма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Ар-Рахма
ғәр. الرحمة
ИлУкраина Украина
ГородКиев Киев
йүнәлеш, мәктәпсуннитская
Диниә назараты, мөхтәсибәтДУМ Украины
Мәсет төрөДжума-мечеть
Проект авторыАлександр Комаровский,
Сергей Бабушкин,
Александр Гофштейн,
Марк Коляков,
Ридван Маджузаб
Төҙөлөштө башлаусыДУМ Украины
Төҙөлөш19962011 йылдар
Төп даталары:
2 декабря 2011 года — официальное открытие
Бина майҙаны3200 м²
Вместимость2000 чел.
Көмбәҙҙәр һаны2
Манаралар һаны1
Манара бейеклеге27 м
Торошодействующая
ТәрәүихДаY
ИфтарДаY
МәҙрәсәДаY
Сайтislamyat.org

2011

Әр-Рахма (ғәр. الرحمة‎ — шәфҡәтлелек) — Киевта беренсе мәсет. Ислам комплексының бер өлөшө булып тора, Әр-Рахма мәсетенән тыш Диниә назараты идаралығы корпусын, мәҙрәсәне һәм манараны үҙ эсенә ала. Щекавица битләүендә Татаркала урынлашҡан һәм 3200 квадрат метр майҙаны менән 2 000 кешегә иҫәпләнгән.

1992 йылда Украинаның мөфтөйө шәйех Әхмәт Тамим Украина мосолмандарының Диниә назараты идаралығын етәкләй. Тәү сираттағы бер нисә бурыстар — ислам тураһында белемде таратыу, мәсет төҙөүҙә, мосолман зыяраты өсөн ер участкаһы асыуҙа ярҙам күрһәтеү. 1996 йылдың февралендә Украинаның дәүләт администрацияһы Украина мосолмандарының Диниә назаратына мемориал-ғибәҙәт йортон төҙөү һәм хеҙмәтләндереү өсөн ер участкаһы бүлеп биреү тураһында ҡарар ҡабул итә.

2000 йылда мәсеттең бер өлөшө тамамланыу менән, мәсеттең көмбәҙенә ай урағы ҡуйыла һәм унда доғалар уҡыу башлана.

2004 йылдың аҙағында Киев властары өҫтәмә ер бүлә һәм ислам комплексын төҙөү өсөн рөхсәт бирә, унда «Әр-Рахма» мәсете, Диниә назараты идаралығы корпусы һәм мәҙрәсә инә. Комплекс проектының архитекторы Украинаның атҡаҙанған архитекторы Комаров Александр була[1].

Әр-Рахма мәсетен рәсми асыу 2011 йылдың 2 декабрендә үтә. Башҡалалағы беренсе мәсетте асыуҙа Украинаның президенты вәкиле, Хөкүмәт вәкиле, Украинаның мәҙәниәт министры, Ҡырым мәҙәниәт министрлығы вәкиле, депутаттар, дини конфессия, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, сит илдәрҙең рәсми вәкилдәре ҡатнаша. Асыу тантанаһы Беренсе милли каналда тура эфирҙа трансляциялана.

Мәсет 2000-гә тиклем доға ҡылыусыны һыйҙыра[1], унда 3 ҙур зал, 2 ҙур көмбәҙ, 27 метр бейеклегендәге манара бар.